+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
9 Март 2018, 18:50

Ауылым

Ауылымды һағынып ҡайтам, Ҡайҙа ғына булһам да. Шунда тыуып, шунда үҫкәс, Иҫләйем мин барын да.

Ауылымды һағынып ҡайтам,

Ҡайҙа ғына булһам да.

Шунда тыуып, шунда үҫкәс,

Иҫләйем мин барын да.
Беҙҙең тыуған ауылыбыҙ
Бик тә ҙур һәм бик матур.
Килгән-киткән кешеләрҙең
Күреп иҫтәре китер.
Уның йылға, күлдәрен,
Урмандарын, ҡырҙарын,
Ҡыҙарып бешкән еләктәрен
Һағынамын ҡыштарын.

Лилиә МИНҺАЖЕВА, VII синыф уҡыусыһы.

Саҡмағош районы, Иҫке Ҡалмаш мәктәбе.

Читайте нас: