-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
9 Март 2018, 19:03

Бесәйем

Мыр-мыр килеп бесәйем Аяғыма урала. Ҡара ғына мыйыҡтарын Миңә һоноп тора ла:

Мыр-мыр килеп бесәйем
Аяғыма урала.
Ҡара ғына мыйыҡтарын
Миңә һоноп тора ла:
– Мыяу, мыяу, хужабикә,
Алаҡайҙы һауҙыңмы?
Шундай иркә алтыныңа
Һөтөңдө ҡалдырҙыңмы?
Сараһыҙҙан, шат йылмайып:
– Эйе, – тием, – бесәйем,
Һиңә һөттәр ҡояйым,
Күңелеңде күрәйем!

Зилиә БУРАНБАЕВА, йәш хәбәрсе.


Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Читайте нас: