Борон-борон заманда йәшәгән, ти, ике турғай. Улар иң яҡын дуҫтар булған, хатта аҙыҡ тапһалар ҙа бер-береһе менән бүлешеп ашағандар.
Үҙҙәренең төҫтәрен үҙгәртеү хыялдары ла бар икән. Нимә генә эшләп ҡараһалар ҙа, килеп сыҡмай, имеш. Шулай бойоғоп ултырғанда көслө ямғыр башлана һәм ул туҡтауға йәйғор ҙа күренә. Төҫтәре шул хәтлем матур, ти. Береһе – ҡыҙылына, икенсеһе һарыһына осоп инеп китә. Сыҡҡас, осрашһалар, ни күрәләр, уйҙары тормошҡа ашҡан: береһенең түше – ҡыҙылға, икенсеһенеке һарыға әйләнгән. Шунан бирле үҙҙәрен ҡыҙылтүш, һарытүш турғайҙар тип йөрөтә башлағандар.