+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
13 Апрель 2018, 13:43

Һарысәс

Әкиәт Борон-борон заманда ҡалын-ҡалын урмандар араһында Байһаҡал тигән ауыл бул­ған. Бик матур урында урын­лаш­ҡан ул. Тирә-яғын бейек-бейек тауҙар уратып алған, ти. Сылтырап аҡҡан шишмәләренең һыуы шул тиклем тәмле икән. Эргәһендә көнө-төнө әллә күпме ҡоштар һайрап ҡына тор­ған.

Борон-борон заманда ҡалын-ҡалын урмандар араһында Байһаҡал тигән ауыл бул­ған. Бик матур урында урын­лаш­ҡан ул. Тирә-яғын бейек-бейек тауҙар уратып алған, ти. Сылтырап аҡҡан шишмәләренең һыуы шул тиклем тәмле икән. Эргәһендә көнө-төнө әллә күпме ҡоштар һайрап ҡына тор­ған.
Бына шул ауылда ҡурҡыу белмәҫ һунарсы егет йәшәгән. Бер көндө ул үҙенең сираттағы һунарына сығып киткән. Теләге – һеләүһенде эләктереү, ти. Тик урман-тауҙарҙы күпме ҡыҙы­рып йөрөмәһен, был йәнлек осрамаған. Ә башҡалары уға әлегә кәрәкмәгән. Шулай йөрөй торғас, бер тау ҡыуышлы­ғына барып сыҡҡан. Ағас ботаҡтары шытырлаған тауышҡа әйләнеп ҡараһа, егеттең алдында үтә лә сибәр ҡыҙ баҫып тора икән. Уның сәстәре һап-һары, оҙон, ә күҙҙәре зәңгәр күк йө­ҙөмө ни! Кейеме – ниндәйҙер йәнлек тиреһенән. Үҙе әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ һылыу, ти. Улар күпмелер ваҡыт бер-береһенә ҡарашып торғас, был сибәр­кәй егеттән ҡасмаҡсы була. Һунарсы ла юғалып ҡалмай, уны ҡыуа төшә. Һылыуҡайҙы тотоп алғас, юғалтыуҙан ҡурҡып, үҙенең уҫал ниәтле булмауын әйтеп бирә. Сабый баланы йыуатҡан кеүек, әүрәтеп кенә ҡыҙҙы ауылына алып ҡайта. Уның һылыулығына барыһы ла хайран ҡала.
Ҡыҙҙы күрергә күрше йәйләү­ҙәр­ҙән дә килгәндәр хатта. Күп кенә ир-егеттәр ғашиҡ булған, ләкин ауыҙ асып, һүҙ һөйләргә батырсылыҡ итмәгәндәр.
Һунарсы егет Һарысәсен әсә­һенә алып килеп күрһәткән. Уныһы ҡыҙҙы бик оҡшатып, өйләнешергә фатиха биргән. Йәштәр Байһаҡалда йәшәй башла­ған. Был ғаиләнең бер-бер артлы балалары ла донъяға килгән, ти. Шулай башҡорттар араһында зәңгәр күҙле, һары сәслеләр барлыҡҡа килгән, имеш.

Миләүшә БУҘЫҠАЕВА.

Учалы ҡалаһы, 10-сы мәктәп.
Читайте нас: