+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
13 Апрель 2018, 13:46

Йыл миҙгелдәре нисек барлыҡҡа килгән?

Әкиәт Борон-борон заманда йәшәгән, ти, Көҙһылыу исемле ҡыҙ. Уның Һыуыҡбай исемле ағаһы, Яҙбикә исемле апаһы һәм Йәйкәй исемле һеңлеһе булған. Улар үҙҙәре бер айырым планетала ғүмер иткән. Өс ай һайын быларҙың берәүһе Ергә ҡунаҡҡа барып килгән. Тәүгеләрҙән булып Һыуыҡбай юллан­ған. Ул күренеү менән ап-аҡ ҡар бөртөктәре яуа башлаған. Ыжғыр бурандар ҡотор­ған. Кешеләр өшөп, мамыҡ шәл

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, Көҙһылыу исемле ҡыҙ. Уның Һыуыҡбай исемле ағаһы, Яҙбикә исемле апаһы һәм Йәйкәй исемле һеңлеһе булған. Улар үҙҙәре бер айырым планетала ғүмер иткән. Өс ай һайын быларҙың берәүһе Ергә ҡунаҡҡа барып килгән. Тәүгеләрҙән булып Һыуыҡбай юллан­ған. Ул күренеү менән ап-аҡ ҡар бөртөктәре яуа башлаған. Ыжғыр бурандар ҡотор­ған. Кешеләр өшөп, мамыҡ шәл ябынып, тунда­рын кейгән.
Һыуыҡбай ҡайтҡас, Яҙбикәнең Ерҙе бик күргеһе килеп киткән. Ҡояшҡайға нығыраҡ йылы­тырға ҡушҡан да юлға сыҡҡан. Ул ҡунаҡҡа барып етеү менән ҡарҙар ирей, һыуҙар таша башлаған, ти. Ағастарҙың бөрөләре бүртеп сыҡҡан. Кешеләр көндәр йылынғанға бик ҡыуанышҡан. Өс ай тирәһе торғас, Яҙбикә тыу­ған төйәген һағынып, ҡайтып киткән.
«Мин дә Ерҙе күреп киләйем әле, Һыуыҡбай ағай, Яҙбикә апай», – тип яғымлы ғына өндәш­кән Йәйкәй. Үҙенән алда әҙерләнгәнен күреп, Көҙһылыуҙың ныҡ йәне көйгән.
– Ниңә мин гел генә аҙаҡта ул, минең дә беренсе булғым килә, – тигән дә Ергә төшөп китмәһенме!
Йәшелләнә башлаған ағастарҙың япраҡтары һарғайырға тотонған. Көҙһылыуҙы алып ҡайтам, тип Һыуыҡбай ағаһы менән Яҙбикә апаһы ла уның артынан юлланған. Улар Ергә аяҡ баҫыу менән һыуыҡ елдәр иҫкән, ә икенсе көнө ҡояш ныҡ итеп ҡыҙҙырған. Унда йәшәүсе халыҡты аптыратмаҫ өсөн Көҙһылыуҙарын алып, тиҙерәк үҙ планеталарына ҡайта һалып, Йәйкәйҙе Ергә ебәргәндәр. Ул килгәс, донъя йәшеллеккә, сәскәгә күмелгән.
Бына шулай һәр миҙгелдең үҙ ваҡыты яйға һалынған. Инде улар бер-береһе менән талашмаған, матур ғына итеп көн күргән.

Сөмбөл ЙОСОПОВА.


Белорет районы, Асы мәктәбе.
Читайте нас: