+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
27 Июль 2018, 11:50

Гөлйе­меш Үтәғолова шиғырҙары

Сибайҙағы интернат-гимназияның X синыф уҡыусыһы Гөлйе­меш Үтәғолова бәләкәй саҡтан иншаларҙы йөкмәткеле итеп яҙып, үҙенең уй-хистәрен уйландырырлыҡ итеп еткерә белә. Шиғырҙары ла матур килеп сыға. Баймаҡ районы Күсей ауылы ҡыҙы «Аҡ ҡауырһын» түңәрәгенә йөрөп, илһам ҡанаттарын да нығытып алды. «Таң нуры» тигән шиғри йыйынтығын әҙерләп, Таңсулпан Ғарипова исемендәге бәйгелә Гран-при ҙа яуланы. Киләсәктә лә Гөлйемешкә ижади үрҙәр генә теләйбеҙ.

Әлнисә АЛДЫРХАНОВА-КӘРИМОВА, «Аҡ ҡауырһын» түңәрәге етәксеһе.

Таң нуры

Тау артынан алтын ҡояш
Көмөш нурҙарын һибә.
Йәшел үләндәргә ҡунған
Ысыҡ тамсылар кибә.
Сылтырап аҡҡан шишмәләр
Наҙланышып йәнләнә.
Таң нурына аллы-гөллө
Сәскәләр иркәләнә.
Таң һарыһынан кешеләр
Башлай эштәрен яйлап.
Ал таң бәхетен өләшә
Иртә торғанын һайлап.

Яңғыҙ ҡайын

Тау башында яңғыҙ ҡайын
Ел менән серем итә.
Уның яңғыҙ бер дуҫҡайы
Елеп үтә лә китә.
Ҡайһы саҡта ботағына
Турғайҙар килеп ҡуна.
Бына ҡунаҡ килде, тиеп
Ҡайыным, эй, ҡыуана.
Эх, йәлләйем ҡайынҡайҙы,
Аңлайым уның хәлен.
Мин дә бит яңғыҙлыҡтың
Татыным әсе тәмен.

Бәпембә

Ҡояш нурына үрелеп,
Сәскә атҡан бәпембә.
Ғорур баҫып ултыралар
Йәшел хәтфә үләндә.
Бәпембәгә ғәжәпләнеп,
Эй, һоҡлана сәтләүек.
Ел иҫкәндә бәүеләләр,
Һары бәпкәләр кеүек.

Еләк

Йәшел урман араһында
Ҡып-ҡыҙыл еләк бешкән.
Бик күп ҡыҙҙар һәм малайҙар
Еләк йыйырға төшкән.
Өләсәйем ҡайнатмалар
Ҡайнатты беҙгә ҡышҡа.
Йәйҙең тәмен һаҡлайым, тип
Тултырҙы туңдырғысҡа.

Ай менән ҡояш

Зәңгәр күктә йылы ҡояш
Ергә нурын өләшә.
Аҡ ҡорған артынан ғына
Ай ҙа унан көнләшә.

Япраҡтар

Ҡарағыҙсы ағастарға,
Нисәмә төрлө япраҡ –
Ҡыҙыл, көрән, һороһо ла,
Йәшелдәре лә байтаҡ.
Ыңғай ғына ел иҫкәнгә
Ботаҡтары бәүелә.
Сыбар япраҡтар еремә
Балаҫ кеүек йәйелә.

Яҙ килә

Тирә-яҡҡа нурҙар сәсеп,
Ҡыш артынан яҙ килә.
Зәңгәр күктә беҙгә ҡарап,
Ҡояш шатланып көлә.
Йылғаларҙа боҙҙар китә,
Ҡар иреүен көтәбеҙ.
Яҙ – ярһыу, йәй йәмле булыр,
Тиеп өмөт итәбеҙ.

Китап

Нисәмә һүҙҙәр китапта,
Нисәмә унда һөйләм.
Барыһын бергә уҡыһаң,
Килеп сыға бер бәйләм.
Күпме серҙәр аса китап,
Ул бит – белем шишмәһе.
Аҡыллы булам, тигәндең
Тулы китап кәштәһе.

Икмәк

Әсәйем икмәк бешергән –
Түңәрәк, йылы, йомшаҡ.
Донъяла иң тәмле ризыҡ,
Айға тора ул оҡшап.
Икмәк еҫен алыҫтарҙан
Һиҙеп тора бесәйем.
Тик бесәйҙе индермәне
Ашханаға әсәйем.

Ҡурсағым

Ҡурсағыма тегеп ҡуйҙы
Әсәйем йәтеш күлдәк.
Зәңгәр сәскәләр – күлдәктә,
Ә сәскәлә – күбәләк.
Ҡурсағымды ҡулымдан да
Төшөрмәйсә уйнайым.
Ләкин теккән күлдәктәрҙе
Йыртмайынса ҡуймайым.

Томан

Иртә менән ергә томан
Селтәр ҡорғанын һалды.
Бар өйҙәрҙе, урамдарҙы
Үҙ ҡосағына алды.
Яңғыҙ түгел хәҙер урман,
Яңғыҙ түгел далалар.
Ҡорған эсендә иҙрәп,
Йоҡоларға талалар.

Алтын көҙ

Ҡарайым да көҙгө ағастарға
Моңһоу көҙҙөң хәлен тоямын.
Күңелемә тулған һағыштарҙы
Япраҡ кеүек ергә ҡоямын.
Тыныс урман мине тыңлай кеүек,
Кәңәш биргән кеүек шыбырлап.
Шым ғына күҙәтәм, алтын көҙҙө
Ҡурҡытырмын кеүек ҡыбырлап.
Читайте нас: