+22 °С
Ясно
VKOKМакс
Илһам
7 Сентября 2018, 10:10

Илһам

Алмалар

Баҡсабыҙҙа алһыуланып,

Тәмле алмалар беште.

Уларҙы мин бик яратам,

Сөнки нығыта теште.

Әсәйем

Әсәй мәктәпкә оҙата

Арҡамдан һөйөп кенә.

Әллә шуға уҡыйым мин

«Дүрт»кә һәм «биш»кә генә.
Ҡояш кеүек әсәйемдән

Йылы алып йәшәйем.

Өйөбөҙҙөң йәме бит һин,

Рәхмәт һиңә, әсәйем!

Ҡояш апай

Ҡояш апай, ҡояш апай,

Һиңә оҡшағым килә.

Бөтәһе лә һине Ерҙә

Күрә, ярата, белә.

Эльвина МӘХМҮТОВА, V синыф уҡыусыһы.

Баймаҡ районы, Билал мәктәбе.
Читайте нас