-6 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
5 Октябрь 2018, 12:29
Компьютер – шәп нәмә!
Компьютер – бик шәп нәмә, Ул кәрәк бөтә ерҙә. Компьютерһыҙ был донъяның Ҡыҙығы булмаҫ бер ҙә. Уҡыуҙа ла ҙур ярҙамсы, Эштә лә кәрәк һәр саҡ. Бына шулай заман килде, Аптырап ҡалам ҡай саҡ.
Интернет аша алабыҙ
Дуҫтарҙың сәләмдәрен.
Скайп аша ғына беләбеҙ
Туғандарҙың хәлдәрен.
Иң ҡыҙығы беҙҙең өсөн –
Компьютер уйындары.
Был шөғөлдәр оноттора
Дәрес, коньки, саңғыны.
Компьютер – бик шәп нәмә,
Ул кәрәк һәр саҡ беҙгә.
Донъяны гиҙәм, тиһәгеҙ,
Инеп сығығыҙ һеҙ ҙә.
Гөлиә ИСҠУЖИНА.
Бөрйән районы,
Килдеғол ауылы.
Беҙ – бишенселәр!
Үтеп китте каникулдар,
Ҡайһылай ҡыйын.
Килеп етте уҡыуҙар,
Мәктәпкә йыйын.
Көтә беҙҙе яңы синыф,
Яңы иптәштәр көтә.
Беҙ бит хәҙер бишенселәр,
Уҡырбыҙ «дүрт»кә, «биш»кә!
Фирзәлиә ҠАРАМЫШЕВА.
Бөрйән районы, Әбделмәмбәт ауылы.
Тик әсәй генә белә
Көн дә һәр беребеҙҙе лә
Наҙлап уята иртән.
Йылы, яғымлы һүҙҙәрҙән
Күңелдәр иреп китә.
Аш-һыуына иҫең китер,
Бәйләгән бәйләменә.
Сәскәләрҙең телдәрен дә
Тик әсәй генә белә.
Света ҠАЗЫЕВА.
Мәсетле районы, Йонос мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән