+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
19 Октябрь 2018, 18:02

Ҡоштар китте

Урмандағы бар ағастарТөрлө төҫкә буялған.Зифа буйлы аҡ ҡайындар,Гүйә, шәлен ябынған.

Урмандағы бар ағастар

Төрлө төҫкә буялған.

Зифа буйлы аҡ ҡайындар,

Гүйә, шәлен ябынған.
Ялҡынланып янып тора
Юл ситендәге миләш.
Сыҙамайса өҙөп алдым
Шул миләштән бер тәлгәш.
Ҡоштар китте теҙелешеп
Көҙ көнө йылы яҡҡа.
Яҙ етеү менән ҡайтырҙар
Һағынып тыуған яҡҡа.

Вәсилә ӘЙҮПОВА, VI синыф уҡыусыһы.

Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.
Читайте нас: