+4 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
20 Октябрь 2018, 13:09

Шифалы көртмәле

Әкиәт Борон-борон заманда ҡеүәтле бер батшалыҡ булған. Унда ҡоштар бик татыу һәм дуҫ йәшәгән. Бер ҡайғыһыҙ ғына ғүмер итеп ятҡанда уларға бәлә килгән, ти. Балаларына ниндәйҙер ауырыу тейгән. Нисек кенә дауалап ҡараһалар ҙа, күпләп үлә баралар, ти. Бөтәһе лә хафаға ҡалған. Ҡоштар бергәләп кәңәшкә йыйылған. Араларындағы иң оло Бөркөт: «Туғандар, ғәзиз балаларыбыҙ кәмегәндән-кәмей, ләкин бер сара бар: Урал тауҙарындағы ҡарағайлыҡта ҡара көртмәле үҫә икән, уның шифаһы үлгәнде лә терелтә, ти. Шуны алып ҡайтырға кәрәк», – тигән.

Борон-борон заманда ҡеүәтле бер батшалыҡ булған. Унда ҡоштар бик татыу һәм дуҫ йәшәгән. Бер ҡайғыһыҙ ғына ғүмер итеп ятҡанда уларға бәлә килгән, ти. Балаларына ниндәйҙер ауырыу тейгән. Нисек кенә дауалап ҡараһалар ҙа, күпләп үлә баралар, ти. Бөтәһе лә хафаға ҡалған. Ҡоштар бергәләп кәңәшкә йыйылған. Араларындағы иң оло Бөркөт: «Туғандар, ғәзиз балаларыбыҙ кәмегәндән-кәмей, ләкин бер сара бар: Урал тауҙарындағы ҡарағайлыҡта ҡара көртмәле үҫә икән, уның шифаһы үлгәнде лә терелтә, ти. Шуны алып ҡайтырға кәрәк», – тигән.
– Бөркөт ағай, мин барам, – тип әйтеп ҡуя Һандуғас.
Ҡоштар бик аптыраған, сөнки ул бик сибек, бәләкәс кенә икән. Шулай ҙа ризалашҡандар. Һандуғас ете көн, ете төн осҡан. Урал тауҙарына килеп етеп, көртмәлелекте тапҡан. Ошо яҡтарҙың матурлығына, хозур тәбиғәтенә һоҡланған. Емеште йыйып ауыҙына ҡапҡан да көс-хәл менән ҡайтып төшкән. Ҡоштар сикһеҙ шатланған, уларҙың балалары шәбәйеп, аяҡҡа баҫҡан, ти. Һандуғастан Урал тауҙары тәбиғәтенең матурлығы, сикһеҙ байлығы тураһында ишеткәс, күмәкләшеп кәңәшләшкәндәр ҙә ошо яҡҡа күсеп килгәндәр, ти. Шунан бирле ҡоштар беҙҙең төбәктә яңы тыуған көнгә ҡыуанып, һаулыҡтарына шатланып, матур йырҙарын һуҙып, рәхәтләнеп йәшәп яталар икән.

Гөлсөм ИСХАҠОВА, VII синыф уҡыусыһы.

Бөрйән районы, Килдеғол мәктәбе.
Читайте нас: