-4 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
9 Ноябрь 2018, 14:39
Ни өсөн миләш ҡыҙыл булған?
ӘкиәтЙәшәгән, ти, был донъяла бәләкәй генә бер ҡыҙ. Ул көн дә мәктәпкә урман, яландар аша уҡырға йөрөгән, тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял итергә яратҡан.
Йәшәгән, ти, был донъяла бәләкәй генә бер ҡыҙ. Ул көн дә мәктәпкә урман, яландар аша уҡырға йөрөгән, тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял итергә яратҡан.
Бер көндө Миләүшә мәктәпкә һуңлап килгән. Сәбәбен беләһегеҙме? Юҡтыр шул. Әйҙәгеҙ, һеҙгә һөйләйем әле. Мәктәпкә иртә менән сыҡҡан ҡыҙыҡай. Юлда төрлө-төрлө сәскәләргә ҡарап шатланған, улар менән һөйләшкән. Ҡапыл ниндәйҙер бер ят тауыш ишетеп ҡалған. Яҡын килеп ҡараһа, сыйырсыҡ балаһы оянан осоп төшкән. Нисек инде тыныс ҡына үтеп китәһең?
Ярҙам иткән Миләүшә. Инә сыйырсыҡ шатлығынан тағы ла матур итеп һайрарға тотонған, моңло йырҙарын тирә-яҡҡа таратҡан. Ашығып китеп барғанда, Миләүшә терпене күреп ҡалған. Ҡапҡанға эләккән икән. Бер нисек тә ысҡына алмай икән меҫкенкәй. Уны ла ҡотҡарған изге йәнле ҡыҙыҡай.
Был ваҡытта мәктәптә дәрестәр башланған булған. Үҙҙәренең уҡыу бүлмәһенә еткәс, шым ғына итеп ишек туҡылдата башлаған. Уҡытыусы апай алдында һуңлап килеүенә ныҡ уңайһыҙ булған, шуға оялған, ҡыҙарған. Юлда күргәндәрен бик һөйләргә теләһә лә, әйтә алмай, телһеҙ ҡалған, имеш. Тартыныуҙан мәктәп баҡсаһына инеп китеп, ҡып-ҡыҙыл миләшкә әйләнгән дә ҡуйған. Әле лә баҡсаны биҙәп, тирә-яҡҡа йәм өҫтәп үҫә ул.
Динара СӘҒИТОВА, V синыф уҡыусыһы.
Ғафури районы, Еҙем-Ҡаран мәктәбе.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май 2024, 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...