+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
7 Декабрь 2018, 14:43

Илһамлы Алмаз

Алмаз ШӘМСЕТДИНОВ – Көйөргәҙе районы Илкәнәй мәктәбенән. IX синыфта белем алған егет бәләкәйҙән шиғырҙар яҙыу менән мауыға.

Алмаз ШӘМСЕТДИНОВ – Көйөргәҙе районы Илкәнәй мәктәбенән. IX синыфта белем алған егет бәләкәйҙән шиғырҙар яҙыу менән мауыға. Уның ижад емештәрендә күбеһенсә тыуған төйәге тәбиғәтенә һоҡланыу, илебеҙ менән ғорурланыу, ғаиләһенә һөйөү хистәре ярылып ята. «Тик кенә ултырып яҙып булмай, тышта, тәбиғәт ҡосағында уйланып йөрөгәндә илһам килә», – ти Алмаз. Үҙенең яҙғандарын шиғыр ятлау конкурстарында һөйләп, призлы урындар ҙа яулай. Уның ижади күстәнәстәрен һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.

Көйөргәҙе гербы

Изге ҡош – алтын бөркөт
Көсө халҡымдың.
Имән бик ныҡ ағас
Ғәзиз Уралдың.
Ете башаҡ – муллығы
Минең еремдең.
Ете ырыу нигеҙе –
Минең илемдең.

Ҡыш килде

Ҡапыл ғына ҡыш килде,
Ҡарҙарҙан көрттәр өйҙө.
Ап-аҡ шәлгә уралған,
Танып та булмай өйҙө.
Ҡапыл ғына ҡыш килде,
Тышта бик тә күңелле.
Ҡар бәрешә балалар,
Сана, саңғы шыуалар.


Читайте нас: