Бөтә яңылыҡтар
Илһам
21 Декабрь 2018, 17:14

Ғилем-нур таратҡан

Мәҙрәсәлә һабаҡ алып,Зиһендәрен нығытҡан.Уҡыуға саҡырып барын,Ғилем-нур ул таратҡан.

Аҡмулланың көслө рухы

Һынмаған, һынылмаған.

Илһам шишмәһе бер ҡасан

Һүрелмәгән, тынмаған.


Белем алыу көс икәнен

Шул ваҡытта аңлаған.

Тышау һалған йылдарҙа ла

Һис тә туҡтап ҡалмаған.


Динара СӘБҒИЙӘНОВА, IX синыф уҡыусыһы.

Саҡмағош районы, Иҫке Ҡалмаш мәктәбе.

Читайте нас: