Бөтә яңылыҡтар
Илһам
21 Декабрь 2018, 17:08

Әйҙәүсе беҙҙе алға

Яҡтылыҡ йырсыһы, сәсән,Мәғрифәтсе Аҡмулла.Күп ғилемдәргә эйә ул,Әйҙәүсе беҙҙе алға.

«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!» –

Уның беҙгә теләге.

Киләсәккә, йәш быуынға

Аманаты, бүләге.


Аҡмулланың хаҡ һүҙҙәре

Аҡ юл бит беҙҙең өсөн.

Тырыш булырбыҙ уҡыуҙа,

Тотоп уның һәр һүҙен.


Аделина ҒӘЛИШИНА, VI синыф уҡыусыһы.


Миәкә районы, Тамъян-Таймаҫ мәктәбе.
Читайте нас: