-6 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
22 Февраль 2019, 12:55
Берҙәмлектә – көс
Хикәйә Ауылыбыҙҙа хоккей уйнарға яраталар. Йылға туңып, боҙ ҡалынайыуға малайҙар коньки, сәкәндәр әҙерләп ҡуя. Мин дүрт йәшемдән уйнай башланым. Өлкән ағайҙарға эйәреп йөрөнөм. Көндәр һыуыҡ булһа ла, ҡурҡып торманыҡ. Ағайым аяҡҡа һаҡланғыс эшләп биргәс, үҙемде ҡапҡа һаҡсыһы итеп ҡуйҙылар. Башта шайбанан ҡурҡа торғайным. Һуңынан өйрәндем. Инде конькиҙа ла үҙемде ышаныслы тотам.
Хәҙер ағайҙарҙа уйын ҡайғыһы юҡ. Улар ҡалала уҡып, эшләп йөрөй. Ә мин инде дуҫтарым менән боҙға сығам.
Бер ваҡыт шулай малайҙар менән йыйылышып алдыҡ та конькиҙар кейеп, хоккей уйнарға керештек. Мин, Иҙел, Альфред, Рәнис һәм Илмир бер командала булдыҡ.
– Беҙ – «Салауат Юлаев» командаһы, – тип ҡысҡырып өлгөрҙө Рәнис, сөнки ике яҡ та яратҡан клубыбыҙҙың исемен алырға теләгәйне.
– Ярар, беҙ «Толпар» булабыҙ, – тине Ислам. Уның командаһында тағы Артур, Батыр, Максим һәм Вилдан уйнаны.
– Сәкәндәр менән төртөшмәҫкә, аяҡ салмаҫҡа! Кем ҡағиҙә боҙа, шуға – биш минут штраф! – тип өҫтәне «Толпар»ҙың капитаны.
Уйын ҡыҙыу башланды. Бер кем дә еңелеп ҡайтырға теләмәне. Бер мәл шайба Артурҙың ҡапҡаһына ҡарай шыуышты. Уны яҡында ғына торған Илмир эләктереп алды. Оҙаҡ уйлап тормай, ҡаршы яҡ командаһы ҡапҡаһына индерҙе. Беҙҙең команда ҡыуанышып: «Гол!» – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Тик бер аҙҙан үҙебеҙгә лә ҡапҡабыҙҙан шайбаны сығарырға тура килде. Иҫәпте баяғы Ислам тигеҙләне.
Шайба йәнә тегеләй-былай оса башланы. Беҙ этешә-төртөшә уның артынан йүгерәбеҙ. Бына бер мәл шайба Иҙелдең сәкәненә килеп эләкте һәм ул тегеләрҙең ҡапҡаһына гол индерҙе. Тик бөтәһе лә Вилданға аяҡ салғанын күреп өлгөргәйне. Иҙелдең шатлыҡлы ораны ризаһыҙлыҡ тауыштарына күмелеп ҡалды.
– Гол иҫәпкә алынмай! Һин аяҡ салдың!
– Биш минут штраф! Сыҡ майҙандан!
– Тиҙ бул!
Иҙел ҡаршылашып маташты һәм өмөт менән беҙҙең яҡҡа ҡараны. Ә беҙ «Толпар»ҙарҙан да нығыраҡ асыуланып, уға ташландыҡ:
– Һин ниңә ҡағиҙәне боҙаһың? Дүртәүбеҙ генә ҡалдыҡ бит!
Бынан һуң беҙҙең ҡапҡаға бер түгел, ике гол индерҙеләр. Шулай ҡаршы команда еңеүсе булды. «Салауат Юлаев» отолғанға Иҙел үҙен ғәйепле тойҙо. Ғәрләнеүе йөҙөнә сыҡты. Рәнис уның янына килеп:
– Күңелеңде төшөрмә, Иҙел! Беҙҙең урамда ла байрам булыр. Хоккей – команда уйыны. Шуға ла берҙәм булайыҡ, бер-беребеҙҙе ҡыйын хәлгә ҡалдырмайыҡ, – тине.
Шамил ЛОҠМАНОВ, VI синыф уҡыусыһы.
Учалы районы, Ҡобағош ауылы.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май , 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...