+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
8 Март 2019, 21:06

Тейен менән Төлкө

ӘкиәтБорон-борон заманда йәшәгән, ти, Тейен менән Төлкө. Береһе – бик егәрле, ә икенсеһе ялҡауҙың да ялҡауы булған икән.

Көҙ етеү менән бөтә хайуандар тырышып ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ запасы туплай башлаған. Тейен дә күп ваҡытын сәтләүек, бәшмәк, еләк йыйыуға арнаған. Тик бер Төлкөнөң генә бер ни ҙә эшләгеһе килмәгән.

– Нимәгә ул һиңә был тиклем аҙыҡ? – тип Тейендән көлгән.
– Ҡыш көнө рәхәтләнеп ашар өсөн.
– Эй, мин ҡышын да аҙыҡ таба алам, – тип маҡтана икән үҙе.
Бына ҡаты һыуыҡтары менән ҡыш килеп еткән. Ҡайһы бер йәнлектәр татлы йоҡоға талған, икенселәре үҙҙәре йәй әҙерләгән аҙығын ашап, күңелле итеп ваҡытын үткәрә, ти. Тейен дә сәтләүек сиртеп кенә һыуыҡтарға бирешмәй йәшәгән. Ә Төлкөнөң хәле мөшкөлләнгән. Аслыҡтан ябыҡҡан, хәлһеҙләнгән. Тейен дуҫының һүҙҙәрен иҫенә төшөргән дә ул, тик һуң инде. Бөтә ризыҡ ҡар аҫтында…
Саҡ-саҡ үлмәй ҡалған Төлкөнө был ҡышты иптәштәре ҡотҡарып ҡалған. Ошо хәлдән һуң ул да тырышып-тырышып ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ запасы әҙерләй башлаған, ти. Шунда бер көндөң йылды туйҙырыуын аңлаған да инде.

Эльвина ЛАТИПОВА, VI синыф уҡыусыһы.
Мәләүез районы, Нөгөш мәктәбе.


Читайте нас: