+20 °С
Ясна
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
29 Март 2019, 14:54
Мыраубикә
Әкиәт Борон-борон заманда йәшәгән, ти, Мыраубикә. Ул бик ялҡау булған. Мейес башында йоҡлап тик ятҡан. Бер көндө уның ишеген Ҡуян дуҫы шаҡыған.
Мыраубикәнең урынынан торғоһо ла килмәгән. Аяҡтарын саҡ һөйрәп килеп, келәһен асҡан.
– Һаумы, Мыраубикә!
– Һаулыҡ юҡ әле ул. Башым ауырта.
– Әйҙә, саф һауаға сығайыҡ. Ҡоштар йырын тыңлайыҡ.
– Юҡ. Миңә мейес башында ла рәхәт. Үҙең генә йөрө.
Шул һүҙҙәрҙе әйткән дә ишеген япҡан. Хатта дуҫын сәй эсергә лә саҡырмаған. Тағы яратҡан урынына барып ятҡан Мыраубикә.
Ҡыбырламай ғына шулай көн иткән бесәй. Яҙ, йәй, көҙ үткән. Һыуыҡтар төшкән. Мейес башында ятыуы ла түҙгеһеҙ була башлаған. Ут яғырға утыны әҙерләнмәгән, ә һалҡын ҡыш яҡынлашҡан. Ялҡау бесәй йүткереп ауырып киткән.
Мыраубикәнең хәлен белергә берәү ҙә килмәгән. Ахыры, үҙе киткән дуҫы янына. Ҡуян уны күреүгә бик шатланған. Индереп сәй, һөт ҡайнатып эсергән. Бар хәленсә дауалаған.
Биш көн ятҡан Мыраубикә дуҫында. Һауығып ҡайтҡан. Рәхмәт әйтергә лә онотмаған. Ҡуян дуҫын дауалағанына ҡыуанған. Бесәй ҙә беренсе тапҡыр һөйөнөс татыған. Донъялар матур булып киткән. Ҡоштар йырын икенсерәк ишетә башлаған.
Шул көндән алып Мыраубикә лә башҡаларға яҡшылыҡ эшләргә тырышҡан, ти.
Эвелина СИТДИҠОВА, III «Б» синыфы уҡыусыһы.
Белорет ҡалаһы, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?