Ҡоролтай балалар уйыны булмаһын,
Йәшәргә өйрәтһен ҡыҙҙарын, улдарын.
Башҡортта боронғо олпатлыҡ уянһын,
Ғорурлыҡ, үҙаллыҡ тойғоһо тулаһын!
Ҡоролтай гел байрам, уйын-йыр түгел дә,
Тормоштар шәплектән уйнаҡлау түгел дә,
Был йыйын – иреккә һыуһаған күңелдәр,
Ул – халҡым өмөтө сыраҡһыҙ төнөндә.
Ут йотҡан, яу кискән, бөлөнгән башҡортом,
Тарҡалған күстәрҙе туплаған Баш ҡортом,
Ҡоролтай саҡыра: ҡайтып бер баш ор, тип,
Ҡурсалар атайсал – Уралың, Баш йортоң.
Сәсәндәр ораны донъяны ураһын,
Ҡурайҙар тупланыу көйҙәрен уйнаһын,
Ҡоролтай саң ҡаға – бар ғаләм тыңлаһын,
Башҡортта берҙәмлек тойғоһо уянһын!