+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
1 Ноябрь 2019, 17:13

Япраҡтар ҙа серләшә икән...

Үҙебеҙҙең Башҡортостаныбыҙ бигерәк гүзәл һәм матур шул. Беҙ, 6-сы мәктәптең VII си­ныф уҡыусылары, уҡытыусыбыҙ Гөлмирә Йәмил ҡыҙы Бикбулатова менән көҙгө урмандың мөғжизәһен күҙәтергә тип сәйәхәткә сыҡтыҡ.


Беләһегеҙме, унда беҙ бер сихри донъяға сумдыҡ?! Япраҡтарҙың ҡыштыр-ҡыштыр серләшкәндәрен үҙ ҡолаҡтарыбыҙ менән ишетеп, хайран ҡалдыҡ. Бер мәл ҡапыл бер тейен килеп сыҡмаһынмы?! Шым ғына уны күҙәттек. Эй, үҙе мәҙәк тә, матурҡай ҙа!

Тирә-яҡта баҫыуҙарҙағы уңыш йыйып алынған. Бесәндәр сабылған. Хатта беҙгә урман бер аҙ моңһоу булып ҡалған кеүек тойолдо... Нисек кенә булмаһын, барыбер үҙебеҙ йәшәгән төйәгебеҙ бай, һоҡланып туйғыһыҙ!

Урмандан дәрт һәм илһам алып өйҙәребеҙгә таралдыҡ. Ә ҡайтҡас, уй-тәьҫораттарыбыҙҙы һүрәттәр итеп, аҡ ҡағыҙға төшөрҙөк.

Хөрмәтле «Йәншишмә»беҙ! Гәзит менән дуҫлашҡыбыҙ килә. Бәлки, һеҙҙең ярҙам менән яңы дуҫтар табырбыҙ. Беҙгә хат яҙығыҙ!


Агата АЖБИЕВА, Камила ҒӘБЙӘЛИЛОВА, Лера ГОЛОМИДОВА, Катя НИЗОВИНА, Эльвира ЛИПАТОВА, Дарья МЕДВЕДЕВА һәм Руслан НАЗАРОВ.
Туймазы ҡалаһындағы 6-сы мәктәп.

Читайте нас: