-31 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
21 Февраль 2020, 12:44
Снайпер Рәхәдил Хәлфетдинов
ОчеркҒәзиз илен һаҡларға тип һуғыштың тәүге көндәренән үк фронтҡа ашҡына тирә-яҡҡа атаҡлы ҡурайсы тигән даны таралған Рәхәдил Хәлфетдинов. Теләге тормошҡа аша: 1941 йылда үткер күҙле, йылғыр, ҡыйыу һалдат булып китә.
Һуғышта снайпер булып таныла ул. 1943 йылдың 15 авгусында «Пограничник-фронтовик» гәзитендә «Батыр снайпер-сержант Рәхәдил Хәлфетдиновҡа дан!» тигән мәҡәлә баҫыла. Унда яугирҙың 37 фашисты юҡ итеүе хаҡында хәбәр ителә. Дошмандарҙы үлтереү өсөн утыҙ ете төрлө хәйлә ҡорорға тура килә, сөнки дошман да ахмаҡ түгел, ул да йәшеренә, ата белә, тип яҙа хәрби хәбәрсе. «Өҫтөнә аҡ халат кейеп, Рәхәдил төн урталарында заданиеға сыға. Ул шыуышып дошман окоптарына яҡын уҡ килеп етә лә бер нисә ерҙә йәшерен урын яһап ҡуя. Шуларҙың береһенә ятып таң атҡанын көтә. Фашистар, һуҡыр сысҡан шикелле, ер аҫтына инеп йәшеренгән. Снайперға оҙаҡ көтөргә тура килә. Тик ҡояш сыҡҡас ҡына дошман окоптары яғынан яңғыҙ мылтыҡ тауышы ишетелә. «Әһә, фриц-снайпер ята», – тип уйлап ала Рәхәдил һәм тегене нисек булһа ла юҡ итеү хәйләһен ҡора...»
1944 йылдың 1 мартында өлкән сержант Рәхәдил Хәлфетдинов I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградлана. Батыр снайпер ул саҡта илленсе фашисты юҡ иткәнен теркәп ҡуя. Һалдат күкрәгендә «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалдары, Ҡыҙыл Йондоҙ, Дан ордендары балҡый. Шул уҡ йылдың 1 майына инде алтмыш дүртенсе немецты теге донъяға оҙата.
Рәхәдилдең яуҙашы Һаҙый Ишкинин «Фронт сәхифәләренән» мәҡәләһендә ошолай тип хәтерләй: «Балтик диңгеҙе буйында йәнә бер яҡташымды осраттым. Ул – Белорет районының Шығай ауылы һунарсыһы, ҡурайсы Рәхәдил Хәлфетдинов. Мәргән снайперҙарҙың береһе. 1943 йылдың май, июнь, июль һәм 1944 йылдың ғинуар-мартында бөтә фронт буйынса үткәрелгән «һунар айҙары»нда бик күп фашистарҙы дөмөктөрҙө. Бергә хеҙмәт иткән осорҙағы бер күренеш хәтерҙән сыҡмай. Урманда бер рота самаһы фашист йәшеренеп тороп ҡалған. Беҙҙең батальонға шуларҙы юҡ итеү бурысы ҡуйылды. Биш сәғәт эҙләнек, ахырҙа, уларҙы сите ҡуйы ҡыуаҡлыҡ менән ҡапланған һаҙлыҡ уртаһындағы утрау һымаҡ ерҙә осраттыҡ. Ныҡ ҡоралланғандар. Беҙгә ут астылар. Бер пулемёт һис тә баш ҡалҡытырға ирек бирмәй. Эргәмдә ятҡан Хәлфетдинов снайпер винтовкаһы менән ут яуҙыра. Шул саҡ өлкән сержант Сорокин танкыға ҡаршы ата торған мылтығын Хәлфетдиновҡа бирҙе лә пулемётты юҡ итергә ҡушты. Ә ул бер атыуҙан уның көлөн күккә осорҙо». Мәргән снайпер 137 фашисты юҡ итеүе хаҡында теркәп ҡуя. Постан ҡайтҡас, бер аҙ буш ваҡыты булһа, Рәхәдил ҡулына ҡурайын ала торған булған. Үҙе яратҡан «Урал», «Буранбай» һәм башҡа боронғо көйҙәрҙе уйнаған.
– Ҡурайымды бер ваҡытта ла үҙемдән ҡалдырмайым. Уны уйнаһам, пуля теймәй, – тип шаяртыр булған ул.
Яҡташыбыҙ, мәргән снайпер, ҡурайсы Рәхәдил Хәлфетдиновҡа Еңеү яҙын күрергә яҙмай. Ул фронтта батырҙарса һәләк була. Ҡурайсы яугирҙың ҡурай моңон уның улы, мәшһүр композитор, ҡурайсы Абдулла Хәлфетдинов дауам иттерҙе. Ҡатыны, балалары, яҡташтары күңелендә мәңге тере булып һаҡлана батыр. Хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәре олаталары батырлығын тере хәтер итеп һаҡлай.
Рәсим ЛОҠМАНОВ, V синыф уҡыусыһы.
Белорет районы, Шығай мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән