+10 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
21 Февраль 2020, 12:57
Юлдаш Мусин шиғырҙары
Юлдаш Мусин Баймаҡ районы Темәс мәктәбенең IX «В» синыфында уҡый. Ул ике йыл рәттән үҙҙәрендә уҙғарылған «Рух ҡошо» телевизион проектында ҡатнашып, лауреат исеме алды. Шиғри күңелле егет районда үткән «Әгәр мин ҡош булһам» ижади конкурсында ла һынатманы, номинацияла бүләкләнде. Әйҙәгеҙ, уның шиғырҙарын уҡып ҡарайыҡ.
Самауыр сәйе
Самауырҙы шаулатып,
Сәй эсәбеҙ бергәләп.
Урындыҡҡа ултырып,
Биш норманы тултырып.
Ете тирҙе сығарып,
Үҙебеҙсә серләшеп.
Көләмәстәр һөйләшеп,
Ултырабыҙ көлөшөп.
Бигерәк тә күңелле
Өләсәйҙә ҡунаҡта.
Һеҙҙе лә саҡырабыҙ
Ҡунаҡҡа беҙҙең яҡҡа.
Изге кешеләр йәшәй
Күршебеҙгә: «Һаумы!» – тиһәм,
Миңә лә һаулыҡ теләй.
Беҙҙең ауылда шулай тик
Изге кешеләр йәшәй.
Эй, Әминем, Ташауылым,
Бер ҙә һине ташламам.
Туғандарҙы, әсәйемде,
Дуҫтарымды ҡалдырмам.
Был – минең ғәзиз ерем
Күккә ашҡан тауҙарың,
Балыҡҡа бай һыуҙарың.
Киң ялан һәм ҡырҙарың,
Ҡуйы ҡара урманың.
Тәмле бик тә балдарың,
Шифалы ҡымыҙҙарың.
Батырҙар уландарың,
Һылыу, сибәр ҡыҙҙарың.
Тарихҡа бай үткәнең,
Данлы хәҙерге көнөң.
Был – минең Тыуған илем,
Был – минең ғәзиз ерем.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән