+10 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
6 Март 2020, 13:07
Яуызлыҡҡа – изгелек
Хикәйә Ял көнөн Ишдәүләт ағай көтөп алды. Ул ғаиләһе менән тыуған ауылына юлланырға йыйына бит. Өйөнә ҡайтып етеүгә барыһы ла әҙер ине инде. Бигерәк тә кесе улы Айҙар шатлығынан ни эшләргә белмәне. Ауылдан олатаһы: «Быйыл бәшмәк уңды», – тип сәләм дә ебәргәйне. Бөтәһенең дә кәйефе бермә-бер күтәрелде. Ни генә тимә, уларҙы саф һауала, тәбиғәт ҡосағында ял итеү көтә.
Ҡаланың ҡара төтөнө артта ҡалды, улар киң ялан буйлап елдерҙе. Шул ваҡыт юлға айыу балаһы йүгереп килеп сыҡты. Ишдәүләт ағай был көтөлмәгән хәлгә аптырап китте: «Айыуҙар урманда йөрөргә тейеш тә бит, ә был иҫәр ялан буйлап йүгерә, моғайын, инәһе яҡындалыр».
Оҙаҡламай ауыл да күренде. Олатаһы менән өләсәһе уларҙы йылы сәй, тәмле аш менән ҡаршы алды. Ял итеп, тамаҡ туйҙырып алғандан һуң тәбиғәт ҡосағына бәшмәк йыйырға сыҡтылар. Көҙгө урман иҫ киткес матур: һауа шундай саф, күктә бер генә болот әҫәре лә күренмәй. Кәрзиндәрен тотоп, көлөшә-көлөшә урманға табан юл алдылар. Унда-бында бәшмәктәр ҙә күренгеләй башланы. Бәләкәй Айҙар алдан йүгереп бара. Бейек ағастарға байтаҡ һоҡланып торғандан һуң: «Ҡайҙа һуң бында ҡоштар? Йәнлектәр ҙә күренмәй», – тип артта яйлап килгән атаһы менән олатаһына ҡараны. Уның һорауына яуап биргәндәй, яҡында ғына өс мәртәбә мылтыҡтан атҡан тауыш ишетелде. Бөтә тирә-яҡ яңғырап китте. Олатаһы менән атаһының шунда уҡ кәйефе төштө. Оҙаҡ та үтмәй, урман юлы буйлап квадроциклдарҙа бер нисә ир-егеттең килгәне күренде, ҡулдарында – ҡорал.
«Бына шулай беҙҙең урмандарыбыҙҙың хәле. Йәнлектәр, ҡоштар юҡҡа сыға», – тип олатаһы ауыр көрһөнөп ҡуйҙы. Ошо хәлдән һуң Ишдәүләт ағай айыу балаһының ни өсөн яланда йүгереп йөрөүенең сәбәбен аңланы. Кәйефтәре ҡырылһа ла, бәшмәктән уңдылар. Кеше насарлыҡ ҡылһа ла, тәбиғәт беҙгә яҡшылыҡ һәм изгелек менән яуап бирә шул.
Алина ӘХМӘТЗАДИНА, IX синыф уҡыусыһы.
Әбйәлил районы,
Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән