+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
4 Декабрь 2020, 12:56

Шихандар

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер бабай менән әбей. Булған уларҙың дүрт улы. Ата-әсәһе уландарына яратып исем ҡушҡан. Иң ололарын – Тораназар, уға етәһен – Ҡушназар, уртансыларын – Йөрәкназар, иң кеселәрен Шахназар тип атағандар. Көндәр үткән, йылдар үткән, малайҙар үҫеп еткән.

Бер ваҡыт илгә бәлә килгән. Дүрт башлы аждаһа юлында осраған һәр тере зат­ты ялмап, йотоп килә, ти. Күп егеттәр ошо яуыз менән алышып, баштарын һалған икән. Шулай ҙа дүрт батыр аждаһаны нисек еңеү юлын тапҡан, ти. Улар бик тәрән соҡор ҡаҙған да сатыр-сотор, мүк, үләндәр менән һиҙелмәҫлек итеп ҡаплап ҡуйған. Эргәһендәге дүрт ағас башына ауыр туҡмаҡтар элгәндәр. Һәр береһе тәғәйен урынға менеп, дошманды көтә башлаған.
Бына бер мәл ауыр баҫып, яңы ҡорбан эҙләп, улар яғына дүрт башлы аждаһа яҡынлаған. Әҙәм еҫе һиҙеп ҡалған яуыз ҡабаланып йүгерә башлаған, ти. Күп тә үтмәй, ул тәрән соҡорға ҡолап төшкән. Шуны ғына көтөп торған егеттәр дүрт яҡтан ауыр туҡмаҡты уның башына төшөрөп тә ебәргән. Ә Аждаһа ҡурҡыныс тауыш сығарып, үкерә, тулай икән, ти. Баштарынан ялҡын сәсеп, соҡор аша егеттәргә ынтыла башлаған. Батырҙар ҡылыстарын уңлы-һуллы һелтәп, ҡәбәхәт менән ҡаты алышҡан. Тик ҡапыл Шахназарҙың хәле бөтә башлаған. Яуыз уны тыны менән үҙенә тарта икән. Егеттең ҡылыс күтәрерлек тә көсө ҡалмаған. Ағалары ярҙамға ташланғансы, яуыз утлы ялҡыны менән уны ялмап алған, ти. Айҡаша торғас, батырҙар аждаһаның дүрт башын да өҙә сапҡан. Ҡустылары ғына баш­ҡаса аяғына баҫа алмаған. Өс көн, өс төн туғандары уның ғүмере өсөн көрәшкән. Яуыз аждаһа ағыулы тешен ҡаҙап өлгөргән була. Шахназар ауған ерҙә тәрән күл барлыҡҡа килә.
Ағалары аждаһаны тураҡлап, өйөп яндыра. Үҙҙәре, кесе туғандарының рухын һаҡлап, өс яҡтан тауҙар булып ҡалҡ­ҡан, ти.
Диниә КӘБИРОВА, VI синыф уҡыусыһы.
Белорет ҡалаһы, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы.
Читайте нас: