+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
5 Март 2021, 14:30

Күктәге ҡояш кеүек

Донъяла иң яҡын, иң ҡәҙерле кешем ул минең! «Әсәй» тип баланың теле асыла. Был һүҙ бөтә телдәрҙә лә яғымлы, матур яңғырай. Ул, күктәге ҡояш кеүек, беҙҙе үҙенең йылы нурҙары менән йылыта.


Минең әсәйемдең исеме – Әлиә. Ҡәҙерлем дауаханала шәф­ҡәт туташы булып эшләй. Эше бөгөнгө ваҡытта бигерәк тә ауыр. Сөнки коронавирус ауырыуы ҡотора бит. Әсәйем сирлеләргә ярҙам итергә һәм уға ҡаршы көрәшергә тырыша. Ул эшен бик яратып, еренә еткереп башҡара.

– Әлеге ваҡытта урамға бик сығып йөрөмәҫкә һәм сыҡҡан осраҡта битлекһеҙ ярамай. Ҡайтҡас, ҡулығыҙҙы һабынлап йыуырға онотмағыҙ! Сөнки коронавирус һабындан ҡурҡа, уны яратмай, – тип кәңәш бирә әсәйем.

Ул беҙҙең өсөн борсолоп йәшәй. Үҙе өйҙә лә тик тора белмәй. Алтын ҡулдары нимә генә эшләмәй. Беҙ әсәйем менән көн дә өй эштәрен бергәләп үтәйбеҙ, китаптар уҡыйбыҙ, ял көндәрендә тәмле итеп ҡоймаҡ, бәлеш, ләүештәр бешерәбеҙ. Ул яныбыҙҙа саҡта өйөбөҙ йылыраҡ һәм яҡтыраҡ төҫлө.

Әсәйем беҙҙе, ике балаһын, ныҡ итеп ярата. Бәхетле, һау-сәләмәт, белемле булыуыбыҙ өсөн күп көсөн һала. Донъяла минең әсәйемдән дә һәйбәт кеше юҡ, тип уйлайым.

Әсәкәйем, һинең гел шулай матур, иҫән-һау, бәхетле булыуыңды теләйбеҙ. Оҙон ғүмерле булып, беҙҙең үҫкәнебеҙҙе күреп, оҙаҡ йәшәргә яҙһын үҙеңә. Мең-мең рәхмәт һиңә, ҡәҙерлем!

Диана ВӘЛИЕВА.

Туймазы районы,

Серафимовка ауылы.
Читайте нас: