-1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
5 Март 2021, 12:05

Һыйыр ҡойроғон болғаған

Кескенә Ләйсән менән Гөлнара бик дуҫтар. Уларҙың өйҙәре лә бер-береһенән йорт аша ғына.

Быйыл ҡыҙҙар ҡул араһына ла инә башланы: әсәйҙәренә себеш ҡарарға ярҙам итәләр. Килеп ҡунған ҡарға, һайыҫҡанды ҡыуып ебәрәләр, хатта сыбыҡ тотоп бесәй, эттәрҙе лә яҡын килтермәйҙәр. Әҙерләп биргән емде лә, тауыҡтарға өлөш сығармай, себештәргә генә ашаталар.

Бер көндө Гөлнара өлкәндәрҙең һөйләшкәнен ишетеп ҡалды.

– Ҡара әле, Фәнирә, һыйыр ҡойроғон болғағас, һинең себештәрең тиҙерәк үҫә!

Бына һиңә бер мәрәкә! Һыйыр ҡойроғон болғағанға себеш үҫәлер шул!? Гөлнара аптыраны. Ләйсән: «Беҙҙең себештәр ҙурыраҡ!» – тип белеп маҡтана инде. Эх, уларҙың һыйырҙары юҡ шул!

– Әсәй, – тине Гөлнара бер кисен. – Әйҙә, Ләйсәндәрҙең һыйыр­ҙарын беҙҙең ишек алдына ла индереп торайыҡ!

– Ниңә, ҡыҙым, мал үҙ ихатаһына ҡайта инде ул.

– Беҙҙә лә ҡойроғон болғаһындар ине...

Әсәһе, ҡыҙының сәйер теләгенә ғәжәпләнеп:

– Ә һиңә ниңә һыйырҙың ҡойроҡ болғауы кәрәк? – тип һораны.

– Бәй, үҙең бит бер көндө Фәнирә апайға, һыйыр ҡойроғон бол­ғағас, себештәрең тиҙерәк үҫә, тинең!

Әсәһе ҡысҡырып көлөп ебәрҙе:

– Әй, ҡыҙым, һин дөрөҫ аңламағанһың. Электән килгән әйтем ул: һөт ризыҡтары эләкһә – һыйыр ҡойроҡ болғаған, тиҙәр. Себештәр эремсек ашаһа, тиҙерәк үҫә.

Бына аңлап ҡара инде һин был өлкәндәрҙе! Серле генә итеп һөйләшәләр.

Дамира ХӨСНӨТДИНОВА,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Краснокама районы,

Яңы Бөртөк ауылы.
Читайте нас: