+21 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
7 Март 2021, 18:15
Иң ҡәҙерле кеше
Әсәй! Беҙгә ғүмер бүләк иткән, донъялағы иң ҡәҙерле кеше ул! Әсәйҙәр тураһында, күпме шиғыр, күпме йыр яҙылған, күпме картина төшөрөлгән. Һеҙгә бер нисә шиғыр тәҡдим итәбеҙ.ӘСӘКӘЙЕМ(Ф.Ғөбәйҙуллина)Ҙур үҫәйем, әсәйемде Ҡарармын үҙем генә. Тәмле сәйҙәр эсерермен,Һыу ташып түҙем генә. Әҙерләрмен аш-һыуын да, Керҙәрен дә йыуырмын, Бөхтә йөрөһөн әсәй, тип, Үтекләп тә ҡуйырмын. Иркәләрмен гел генә, Әсәйем бит бер генә.
ӘСӘЙ ЙЫЛМАЙМАҒАН САҠТА
(Т.Дәүләтбирҙина)
Әсәй йылмаймаған саҡта
Һүрелә өйҙөң нуры.
Иң ҡәҙерле кешебеҙгә
Гел түрҙән булһын урын.
Ҡояш та түрҙә балҡый бит,
Ул да әсәйҙәй алсаҡ.
Әсәй булғанға бәхетле,
Матур беҙҙең бала саҡ.
ӘСӘКӘЙЕМ
(Н.Иҙелбай)
Таң артынан ҡояшҡа
Үрелгән гөлдәй,
Һоҡланам әсәйемә
Гел тәү күргәндәй.
Унан яҡын донъяла
Һис берәү ҙә юҡ.
Унан башҡа йәшәүҙең
Бер йәме лә юҡ.
Ерҙең һулышы йылы
Әсәй булғанға.
Зәңгәр күк йондоҙло
Әсәй булғанда.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?