+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Илһам
30 Апреля 2021, 04:12

Аңлашыу

Хикәйә Яҙ. Бөтә тереклек шатлана, ағастар ҙа, ҡояш нурҙарына иркәләнеп, йылмайып ултырған кеүек.

Урамдағы йырғанаҡтарҙы ағыҙып, Байрас бик оҙаҡ йөрөнө. Кескәй генәһен икенсеһенә ҡушып ебәрһәң, бәләкәй генә шишмә кеүек сылтырап ағып китә. Ошондай мәлдә, ҡоштар йылы яҡтан ҡайт­ҡанда, бигерәк тә күңелле була шул! Ана, ҡауырһындарын ялтыратып, урамға бер һайыҫҡан да килеп төштө. Эт уға «һау-һау» тип өрөп ебәрҙе. Ә уныһы һаулыҡ һораш­ҡандай, «шөкөр-шөкөр», тиеп, тауыҡ ояһы яғына һикерәңләне. Йомортҡа урларға ниәтләнгәндер, моғайын. Ата ҡаҙ уға секерәйеп ҡарап: «Как-как, как это так!» – тигән һымағыраҡ тауыш сығарҙы. Әтәстең «Ки-кири-кү-ү-үк!» – тип ҡысҡырғаны «Беҙҙә йомортҡа кү-ү-үп!» тигән һымағыраҡ ишетелде. Тауыҡтар ғына: «Ҡыт-ҡыдыҡ!» – тип, «Бына ҡыҙыҡ!» тигән төҫлө ризаһыҙлыҡтарын белдерҙе. Ул арала һайыҫҡан бер ялтыр нәмәне суҡышына ҡыҫтырып осоп та китте.

Байрас уларҙы күҙәтеүҙән туҡтап, өс литрлыҡ банкаға ебәргән балығы эргәһенә килде. Уныһы малайға ташбайған күҙҙәре менән ҡарап, ауыҙын бер асты, бер япты. Балыҡтың ҡарашы бик асыулы ине. «Әһә, йылғаға ҡайтҡыһы килә, – тип уйланы Байрас. – Әйҙә, ул да яҙғы ташҡын һыуҙа рәхәтләнеп йөҙөп ҡалһын», – тип балыҡлы банкаһын тотоп, Һаҡмар буйына төшөп китте.

Бына Байрас та йән эйәләренең ни әйтергә теләгәнен яйлап аңлай башланы. Улар­ға иғтибарлы булайыҡ, телдәрен белергә тырышайыҡ, дуҫтар!

Фәнис БӘҘРЕТДИНОВ,

VII синыф уҡыусыһы.

Баймаҡ районы, Һаҡмар мәктәбе.

Аҡҡош менән Тәлмәрйен

Әкиәт
Борон-борон заманда алыҫ, төпкөл бер ауылда йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Уларҙың сибәр генә бер ҡыҙҙары булған. Һылыу­ҡай ап-аҡ ҡына йөҙлө, ҡый­ғас ҡара ҡашлы, алһыу иренле һәм муйылдай ҡара күҙле икән. Эшкә уңған, егәрле, ти, үҙе. Ата-әсәһенең ҡулына эш тә тейҙермәгән. Бик матур, татыу ғүмер иткәндәр. Ба­бай тап­ҡан-таянғаны менән баҙарға һатыуға йөрөгән, әбейе өйҙә донъя көткән.
Бер ваҡыт әсәләре ныҡ ҡына ауырып үлеп киткән. Бабай ҡыҙын бик йәлләгән. Донъя эше баҫты, бөтөн эш уның елкәһендә, тип уйлап, күрше ауылдан әбей алып ҡайтҡан.
Был ҡарсыҡ бабайҙың ҡыҙын тәүге көндән үк яратмаған. Уның иптәштәрен дә, күрше-күләнен дә тупһаһына баҫтырмай, ти. Ҡыҙҙың атаһы өйҙә булғанда бер һүҙ ҙә әйтмәгән, эш тә ҡушмаған, маҡтап-хуплап ҡы­на торған. Ә бабай берәй ергә эш менән йә баҙарға һа­тыу итергә китһә, уға ал да, ял да юҡ икән. Бөтөн эшен әрләп эшләтеп тик тора, имеш. «Әрәмтамаҡ, ялҡау, йоҡосо!» – тип тә рәнйеткән, ти. Иптәш ҡыҙҙары менән бер ергә лә йөрөтмәгән.
Әбейҙең йәберләүҙә­ре­нә түҙмәгән ҡыҙ йылға буйына барған һайын ағын һыуға ҡарап: «Алсы мине үҙеңә, ағын һыу!» – тип илаған.
Һыу инәһе көн һайын һыу­ға йөрөгән һылыуҡайҙы кү­ҙәткән, ныҡ йәлләгән икән. «Әйҙә, минең эргәм­дә йәшә, дуҫым-серҙәшем булырһың!» – тип уны аҡ­ҡошҡа әйләндергән дә ҡуй­ған.
Теге ҡарсыҡ, бабай ҡайтырын һиҙеп, ҡыҙҙы эҙләргә сыға. Йүгереп йөрөп эҙләй, ти. Яҡын тирәнән таба алмағас, һыу буйына килә. Унда йөҙөп йөрөгән аҡҡошто күреп ҡала. Барыһын да аңлай. Ҡыҙҙы саҡырып, ҡыс­ҡырып та ҡарай, аҡҡош-ҡыҙ өндәшмәй. Әбей уны тотмаҡсы булып һыуға төшә. Аҡҡош-ҡыҙҙы эләктерәм тигәндә генә үҙен һыу инәһе тәлмәрйенгә әйләндерә лә ҡуя.
Бына шул ваҡыттан бирле беҙҙең яҡтарҙа аҡҡоштар менән тәлмәрйендәр йәшәй башлаған икән. Әкиәтем ары китте, мин бында тороп ҡалдым.

Фаил ЗАРИПОВ,

V синыф уҡыусыһы.

Әбйәлил районы, Ҡаҙмаш мәктәбе.

Читайте нас