+17 °С
Ясна
VKOKTelegram
Илһам
8 Май 2021, 04:17

Күпме кеше һәләк булған

Һуғыш етте... МиллионлағанИрҙәр китте яуҙарға.Күпме кеше һәләк булғанҠайтмай тыуған яҡтарға.


Күҙ алдына килтереү ҙә

Миңә ауыр тойола.

Танкы, ҡорал... Самолёттан

Пулялар ҙа ҡойола.


Нисә кеше был һуғышта

Башын һалған ҡайт(а) алмай?

Ә замана балалары

Быны белмәй, уйламай.


Телефонда көнө буйы

Атыш, һуғыш уйнайҙар...

Олатайҙар батырлығын

Белһен ҡыҙҙар, малайҙар!

Илназ ДАУЫТОВ, V синыф уҡыусыһы.

Баймаҡ районы, Өмөтбай мәктәбе.
Читайте нас