+31 °С
Ясно
VK
OK
Макс
Илһам
28 Мая 2021, 05:42
Өләсәйем
Мин мәктәптән ҡайтам арып,Еңел түгел уҡыуҙар.Энә менән ҡойо ҡаҙыу, Белеп әйткән ололар.
Майҙансыҡҡа барып еткәс,
Аптырап туҡтап ҡалам.
Тәмле еҫтәр килә өйҙән,
Ишекте аса һалам.
Сисенеп тә тормайынса
Аш бүлмәһенә инәм.
Өҫтәл тулы ризыҡ-ниғмәт,
Өләсәй килгән – беләм.
Бына шатлыҡ! Йүгереп шәп
Һарылам муйынына.
Үҙен һағындым бигерәк,
Иҫ китмәй тәм-томона.
– Һөйләп ебәр, ҡыҙым, – ти ул, –
Өйрәндең нимәләргә?
Уҡып йөрөү – бәхет бит ул
Ҡәҙерен белгәндәргә.
– Гел яҙып та уҡып ҡына
Ултырмайбыҙ, – тим үҙем, –
Ҡумыҙ сиртергә өйрәндем,
Уйнап күрһәтәм хәҙер!
Шундай матур көйҙө ниңә
Тиккә әрәм итергә?
Төшөп китә өләсәйем
Тыпыр-тыпыр бейергә.
Батмус эләктереп алған,
Сиртеп ебәрә серт-серт.
Ҡара инде, ике кеше
Ҡуя ала бит концерт!
– Эй, үҙемдең өләсәйем,
Һиндә күпме дәрт-һөнәр?!
Беҙҙең мәктәпкә кил әле,
Түңәрәк асып ебәр!
Резеда КИЛСЕНБАЕВА,
уҡытыусы.
Салауат ҡалаһы,
23-сө мәктәп.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...