+18 °С
Ясно
VKOKTelegram
Илһам
1 Июня 2021, 05:20

Иркәле саҡ, наҙлы саҡ

Эй, бала саҡ, бала саҡ, Бер ҡайғыһыҙ, ғәмһеҙ саҡ. Атай янда, әсәй янда, Уйһыҙ һәм бәхетле саҡ.

Эй, бала саҡ, бала саҡ,

Иркәле саҡ, наҙлы саҡ.

Шатлыҡтарҙан һауаларҙа

Ҡанатһыҙ ҙа осҡан саҡ.


Эй, бала саҡ, бала саҡ,

Иң сәскәле, нурлы саҡ.

Һағынып та ғүмер буйы

Иҫтән сыҡмай торған саҡ.

Мәңгелеккә онотолмай

Үҙенә тартып торған яҡ.

Рәйлә Ниязова.
Фото: Дилара Арсаева
Читайте нас