Бөтәбеҙ ҙә шул бүлмәгә атылып барып индек. Карауаттың мөйөшөндә сибек кенә ҡулдары менән тубығын ҡосаҡлап, башын түбән эйгән Рөстәм ултыра. Ул балалар йортонда икенсе йыл ғына йәшәй. Бишенсе синыфта уҡый. Малайҙың сөм ҡара күҙҙәрендә һәр ваҡыт ниндәйҙер һағыш сағылғандай. Мин уның йылмайған сағын бер ҙә күргәнем юҡ.
– Рөстәм, нимә булды? Ниңә илайһың? – Беҙ малайҙы тынысландырырға тырыштыҡ.
Илап буҫығып бөткән малай һаман һелкенә-һелкенә һыҡтауын дауам итте.
– Әйт әле миңә, хәҙер үҙенең иҙмәһен иҙәм, – тип малайҙарҙың ҙурырағы кеҫәһенән сығарып кәнфит һуҙҙы. Әммә ул башын күтәреп тә ҡараманы.
Шул саҡ ишек шар асылып китте лә бүлмәгә тәрбиәсебеҙ Рәйфә апай атылып килеп инде.
– Ниндәй тауыш бында? Саҡ ҡына ла китер әмәл юҡ, ниҙер уйлап сығарырға тотонаһығыҙ. Эргәгеҙҙән китмәй, һеҙҙе ҡарауыллап ҡына ултырайыммы? Үҙемдең донъям юҡмы ни? Ана, һыйырҙарым баҡырышып тора. Кеше балаһын әҙәм итәм тип, үҙемдекеләрҙе күргән дә юҡ. – Тәрбиәсебеҙ, көрәктәй йоҙроғо менән сикәбеҙгә бына-бына елләйем тигәндәй, уҡталып-уҡталып зәһәр итеп ҡарап ҡуйҙы. – Йә, кемегеҙҙең ҡулы ҡысый? Хәҙер бәләкәйҙәргә көсөгөҙ етәме?
Тәрбиәсе алға атланы ла ҡаты үксәле итеге менән иҙәнгә шапылдата баҫты:
– Алдашмағыҙ! Тиктомалдан кеше иламай!
– Беҙ үҙебеҙ илаған тауышты ишетеп керҙек. Рөстәм яңғыҙы ғына ултыра ине. Нимә булғанын да белмәйбеҙ…
Рөстәм – йомоғораҡ малай. Балалар йортона килгәс тә, ауыҙына һыу уртлағандай, бер һүҙ ҙә өндәшмәй йөрөнө. Исемен һораһаң да, ҡайҙан килгәнен белешһәң дә, йә башын түбән эйә, йә бөтөнләй ишетмәмешкә һалыша. Әллә телһеҙме икән, тип аптырашып ҡуйҙыҡ. Ул аҡылға бер төрлө шикелле, тигән хәбәр ҙә йөрөнө.
Тәрбиәсебеҙ һөйләүенән һуңынан ғына белдек – Рөстәмде сабый ғына сағында буранлы көндә сүплек янында урам һепереүсе табып алған. Бесәй тауышы ишетелгәнгә барып ҡараһа, төргәктә сабый ята икән. Үҙе менән бер документы ла булмаған. Ул тәүҙә – сабыйҙар йортонда, һуңынан приютта йәшәгән. Мәктәптә уҡыр йәше еткәс, бында күсергәндәр.
Күпме генә тырышһаҡ та, малайҙың исемен барыбер белә алманыҡ. Ә уға нисектер өндәшер кәрәк ине. «Исеме Рөстәм, шикелле», – тине аранан берәү, ҙур асыш яһағандай.
Шулай итеп, яңы ғына килгән малайҙы Рөстәм тип атай башланыҡ. Был исем менән өндәшһәк, беҙгә иғтибар итә. Айҙан ашыу ваҡыт үткәс, малай яйлап ҡына һөйләшә башланы. Тәүҙәрәк «эйе», «юҡ» менән генә сикләнде. Тора-бара ҡаланан уның яңынан эшләнгән документтары ла килде, мәктәпкә лә йөрөй башланы.
Тик документтарын күргәс, бөтәбеҙ ҙә аптырашта ҡалдыҡ. Малай Рөстәм түгел, ә Илнур Буранов булып сыҡты. Исемен – табып алған кешенең хөрмәтенә, ә фамилияһын ыжғыр буранлы көнгә бәйләп ҡушҡандар икән!
Балалар йортонда бирелгән исемгә ул да, беҙ ҙә күптән өйрәнгәйнек. Шуға барыбер Рөстәм тип йөрөттөк.
Бер заман ошондай хәл булды… Төштән һуң, ашап алғас, Рөстәм ҡайҙалыр юҡ була башланы. Сәғәттән ашыу әллә ҡайҙа йөрөп, күңеле күтәрелеп ҡайта. Был хәл йыш ҡына ҡабатлана торҙо. Малайҙың ҡайҙа барғанын, нимә эшләгәнен белгем килде. Шуға ла һиҙҙертмәй генә артынан күҙәтергә булдым.
Бына Рөстәм балалар йортонан сыҡты ла уң яҡҡа боролоп, туп-тура ҡайынлыҡҡа юлланды. Мин һиҙҙермәй генә артынан барам. Ул мине шәйләмәне. Урман эсенә төпкәрәк үткәс, малай һомғол ғына ҡайынды ҡосаҡланы ла ниҙер бышылдарға тотондо. Нисек кенә тырышһам да, ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәрен барыбер ишетә алманым. Ҡайынға оҙаҡ ҡына шулай ниндәйҙер серен һөйләне. Берсә күккә ҡарап йылмайҙы, берсә сөбөрҙәп аҡҡан күҙ йәштәрен һөртөп алды. Ҡамасауламаҫҡа тырышып, ипләп кенә ҡайтыу яғына боролдом. Шул арала ул мине абайлап ҡалды. Көтмәгәндә урманда бүтән бер кешене күреп, һиҫкәнеп ҡуйҙы, йөҙө үҙгәрҙе.
– Ағай, һин был турала бер кемгә лә һөйләмә инде. – Рөстәмдең тәүге һүҙе шул булды.
– Ярай, әйтмәм. Ә һин бында яңғыҙың ни эшләп йөрөйһөң?
– Балалар йортонда уйлағандарымды һөйләргә ҡурҡам. – Уңайһыҙланыуы малайҙың йөҙөнә сыҡҡайны. Ирендәре ҡалтырап, ғәйепле тауыш менән яуап ҡайтарҙы. – Берәүгә теләктәремде әйтһәм, аҙаҡ, ҡыҙыҡ күреп, бөтә кешегә һөйләп йөрөйәсәк. Ә ошо ҡайынҡай миңә тоғро. Уға бөтә серҙәремде һөйләй алам. Нишләптер урманда ғына үҙемде иркен тоям. Бында килһәм, рәхәтләнеп хыяллана алам, киләсәгем дә күҙ алдыма килеп баҫҡандай.
– Ә ниндәй хыялың бар һуң? – тип ҡыҙыҡһыныуымды дауам иттем.
– Ағай, беләһеңме, киләсәктә минең ҙу-у-ур кеше булғым килә! – Малайҙың күҙҙәре осҡонланып китте. – Бына Өфө урамы буйлап атлап китеп барам. Ҡулымда – ҡара төҫтәге портфель, өҫтөмдә – күҙ яуын алырлыҡ костюм, аҡ күлдәк, хатта галстук таҡҡанмын, ә инде ботинкам әллә ҡайҙан көҙгө кеүек ялтлап тора. – Теләктәрен әйткәндә малай ҡалҡынып киткәндәй булды. Үҙен, ысынлап та, ошо минутта ҙур етәксе итеп тойҙо, шикелле. – Танығандары туҡтап иҫәнлек һораша, хәл-әхүәл белешә. Ә үҙем шатланып һаман атлауымды дауам итәм. Был донъяла минән дә бәхетлерәк кеше юҡтыр. Өйҙә ҡайтыуымды түҙемһеҙләнеп кәләшем менән балам көтә… – Шул саҡ Рөстәм тынып ҡалды ла түгелеп илап ебәрҙе.
– Ярай, илама инде, тыныслан. Барыһы ла һинеңсә буласаҡ, мин әйтте тиерһең! Бөтәһе лә алда бит… – Малайҙы шулай йыуатырға тырыштым.
– Уныһы шулай ҙа… Тик өйҙә балаларым өләсәһен таптыра башлаһа, нимә тип әйтермен?
Рөстәмде йыуатырлыҡ бер һүҙ ҙә таба алманым. Уны яҡшы аңлайым да, тик ни эшләйһең. Үҙемдең атай-әсәйемдең үлгәненә лә хәҙер байтаҡ йылдар үтте. Шулай ҙа Рөстәм минән күпкә бәхетлерәк. Уның атаһы ла, әсәһе лә бар, тиҙәр.
– Мин өмөтөмдө өҙмәйем, Ильяс ағай. – Малайҙың йөҙө яҡтырып киткәндәй булды. – Барыбер балалар йортонан килеп аласаҡтар. Саҡ ҡына түҙергә кәрәк.
– Әлбиттә, һинең кеүек аҡыллы малайҙы нисек алмаһындар инде!
– Ҡасаныраҡ килерҙәр икән? Улар килгән саҡта лагерҙа булып ҡалмаһам ярар ҙа. Әтеү таба алмай йонсоп бөтөрҙәр. Мине күрмәһә, әсәйемә ҡыйын булыр, – малай иркенләп һөйләргә тотондо. – «Әсәй» тигән һүҙҙе күптән әйткәнем юҡ. Ул һүҙ хәҙер нисек әйтелгәнен дә онота башланым. Шуға кеше юҡта ғына ошо ҡайын алдына килеп, «әсәй», «атай» тип әйтеп ҡарайым. Бик матур һүҙҙәр, ибет, ағай! – Малай йәшле күҙҙәре менән миңә ҡараны. Шунан теге һүҙҙәрҙе йәнә ҡабатланы. – Атай, әсәй, мин һеҙҙе яратам!
Рөстәмдең һүҙҙәренән йөрәгем өтөлөп алғандай булды. Унан күпкә ҙурыраҡ булһам да, күҙҙәремдән атылып сыҡҡан йәштәрҙе тыя алманым.
– Тик был турала берәүгә лә һөйләмә инде, – тип йәнә үтенде Рөстәм.
Беҙ әкренләп кенә балалар йортона ҡарай атланыҡ.
…Карауатта илап ултырған Рөстәм тынысланғандай булды. Беҙ ҙә, тәрбиәсе лә сәбәбен белмәйенсә бүлмәнән китергә ашыҡманыҡ. Малай башын ҡалҡытты ла, туҡтауһыҙ илауҙан ҡыҙарып бөткән күҙҙәрен еңе менән һөртөп, беҙгә ҡараны.
– Ыж-ди, ыж-дии… – тип нимәлер әйтергә теләне лә, әйтеп бөтөрә алманы. Тағы ла көслөрәк илап ебәрҙе. Беҙ аптырап ҡалдыҡ.
– Йә, тыныслан инде. Теләйһеңме, һиңә бейсболкамды бирәм. – Яңыраҡ ҡына туғандары алып килгән әйберҙе синыфташым уның башына кейҙерҙе. Берәүһе стакан менән һыу алып килгәс, шуны эсеп, тынысланғандай итте. Бер аҙ тынып торғандан һуң, илауының сәбәбен аңлата алды:
– Телевизорҙан гел «Жди меня» тапшырыуын ҡарайым. Берәүһен дә ҡалдырғаным юҡ, – тине мыш-мыш килгән малай. – Кешеләр гел кемделер эҙләй, шунан таба. Бына әле генә булған тапшырыуҙа ла бер малайҙы әсәһе табып, ҡосағына алды. Телевизор аша мине лә эҙләйәсәктәр, тип гел хыялландым. Тик нишләп мине берәү ҙә эҙләмәй? Берәүгә лә кәрәк түгелменме икән ни?
Был һорауға Рөстәмдең генә түгел, ә балалар йортондағы күптәрҙең яуабы юҡ ине шул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Бүлмәлә ауыр тынлыҡ урынлашты. Рөстәм кеүек үк башҡалар ҙа ошондай уҡ хыял менән йәшәй бит. Тик улар ҡысҡырып ҡына әйтмәй. Һәр кемдең ата-әсәһен бер генә тапҡыр булһа ла күрергә теләү хыялы күҙҙәрендә тәрән һағышҡа әйләнгәйне.