+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
28 Июнь 2021, 13:23

Выждан ғазабы

ХикәйәИлмир иртә менән әсәһе ҡуш­ҡан йорт эштәрен тамамланы ла ауыл ситендәге Түңәрәккүл буйына ашыҡты.

Йән дуҫтары Рөстәм, Әнүәр, Рәүеф күптән унда мәж киләләр ине.

Көҙгө кеүек ялтырап ятҡан, ситендә үҫкән йәш талдарында сут-сут һайраған һандуғаслы, ҡылыс кеүек төҙ ҡамышлы, туй күлдәге кейгән һылыу­ҙарҙай теҙелеп киткән томбойоҡтары менән серле ул урын. Яҙ-йәй айҙарында һоҡланғыс төҫ ала Түңәрәккүл! Йәш-елкенсәк унда балыҡ ҡаптыра, янындағы Оло болонда туп тибә…

Элегерәк, Илмирҙың атаһы һөйләүе буйынса, улар малай саҡта күлгә ҡыр ҡаҙҙары төшкән. Һуңғы йылдарҙа ниңәлер күренгәндәре юҡ, бер нисә оя ҡыр өйрәктәре генә бала сығарып ҡанат нығыта.

Малайҙар күңелдәре бул­ғансы һыу инде. Һәр көндө билдәле сәғәттә бында килергә ғәҙәтләнгән үҫмерҙәр ярға сығып ҡояшта ҡыҙына башлау­ға, тал төбөнә боҫҡан өйрәктәр күл өҫтөндә пәйҙә булды. Ана, ун ике балалыһы йөҙә, ун дүрт бәпкәлеһе балаларын һуңыраҡ сығарҙы, улар йоҙроҡ ҙурлығы ғына әле. Ә үҙҙәре шундай йыл­ғыр, ваҡ балыҡ өйөмөнә тап булһалар, хәрәкәттәренә күҙ эйәрмәй… Ун өс бәпкәһен эйәрткән ҡарт өйрәк быйыл да сабыйҙарын күл ситендә генә йөрөтә. Кескәй суҡыштары менән ҡамыш төптәрен быштырлатып ләмдә соҡоналар ҙа йәнә ҡуйы таллыҡҡа инеп юҡ булалар. Ә күлдең аръяғында аҡсарлаҡтар йөҙә. Әле береһе, әле икенсеһе күтәрелеп китә, күп тә үтмәй, сыр­ҡылдай-сырҡылдай ҡабат күлгә төшәләр…

Был тамашаны онотолоп күҙәткән малайҙар аҡрын ғына тороп, кейенеп, яҡындағы ба­ҫыуға менеп, борсаҡ йыйып төштөләр. Кеҫә, кепка тулы ҡу­ҙаҡтарҙы бушатҡас, инде ни эшләйбеҙ тигән һымаҡ, бер-береһенә аптыраулы ҡараш төбәнеләр. Бер аҙ һүҙһеҙ ултырғас, Рөстәм тәүәккәл тауыш менән:

– Киттек Ғәли бабайҙар баҡсаһына! – тигән тәҡдим яһаны.

– Ниңә? – малайҙар Рөстәмгә ҡараны.

– Һуң, ауылда көнбағыш үҫкән берҙән-бер баҡса уныҡы бит!

– Һин беҙҙе баҡса таларға әйҙәргә уйлайһыңмы?

– Таламайбыҙ, дүртебеҙгә дүрт баш ҡына алып сығабыҙ. Бабай уларҙың юҡлығын һиҙмәйәсәк тә, мин әйтте тиер­һегеҙ.

Күрәһең, өлгөргән көнба­ғышты тәмләп ҡарау теләге көслөрәк ине, малайҙар Рөстәм менән килеште.

Баҡсаға Илмирҙы индерергә булдылар. Кәүҙәгә лә иптәштәренән ҡайтышыраҡ, хәрәкәте лә етеҙ. Артҡы кәртәнең рәшәткәһен ҡайырып, эскә үткәс, малай ҡояшта һар­ғайған көнбағыштарҙың баштарын өҙҙө. Дүртенсеһенә үрелгәйне генә, ҡаршыһында баҫып тороусы сал сәсле Ғәли бабайҙы шәйләп, тертләп китте.

– Кем малайы булаһың, улым? – Кескәй ҡараҡ алдында пәйҙә булған бабай тыныс ҡына һораны.

– Рау-ил-ды-ҡы-ы-ы… – ғәрлегенән ер тишегенә инеп китерҙәй булған малай тамам ҡойолоп төштө, илап уҡ ебәр­ҙе.

– Яҡуп мәрхүмдең төпсөгө Рауилдыҡымы?.. Әй, улым, улым, олатайың үҙ ғүмерендә кешенең энәһенә лә ҡағылманы, атайың да – йүнле кеше. Алам-һаламға эйәреп харап булма. – Бабай һөйләнә-һөйләнә түтәл ситендә теҙелеп үҫкән бешкән көнбағыштарҙы өҙөп, малайға һуҙҙы.

Көтөлмәгән хәлгә хайран ҡал­ған Илмир танауын тарта-тарта бабайға ҡарап ҡатты.

– Мә, балам, ал, иптәштәреңә лә өлөш сығар. Башҡаса рәшәткә емермәгеҙ, кәртә яңыртырға көсөм самалы хә­ҙер минең. Ашағығыҙ килһә, өйгә килегеҙ. Инәйегеҙҙең кип­тереп ҡуйған көнбағышы ла байтаҡ йыйылды инде. Ә сәсергә уйлаһағыҙ, орлоғон да бирермен, үҙең үҫтергән ҡә­ҙерлерәк тә була. Былай түбәнселеккә төшөү егет кешегә хас ҡылыҡ түгел, улым…

…Бабайҙан ғәфү үтенеп, баҡсанан бер ҡосаҡ көнбағыш башы күтәреп сыҡҡан Илмир­ҙы йән тиргә батып көткән дуҫтары ҡаршыланы.

– Нимә, өлөш эләктеме бабайҙан?

– Юҡ, Ғәли бабай башҡаса рөхсәтһеҙ баҡсаға инмәҫкә, көнбағышты һорап алырға ҡушты.

Ергә теҙеп һалынған эре көнбағыш баштарын үрелеп алып сүпләй башларға береһенең дә намыҫы етмәне. Күңелдәрен ауыр тойғо биләп алды.

– Ғәли бабайға барып ғәфү үтенәйек. Илмирҙы үҙебеҙ индерҙек бит. Бәлки, берәй йорт эшендә ярҙамлашырға кәрәктер… – Әнүәрҙең фекере малайҙарға йән өргәндәй булды.

…Дуҫтар барып ингәндә Ғәли бабай ҡулына сүкеш тотоп келәтендә нимәлер йүнәтеп маташа ине. Хәләл һәм харам хаҡын аңларға өлгөрмәгән, сабый мауығыуы менән яңылыш аҙым яһауҙан үртәлгән үҫмерҙәрҙең ниәтен дөрөҫ ҡабул итте аҡһаҡал.

– Выждан ғазабы тигән нәмә бар шул, уландар. Былай ғәйебегеҙҙе танып килеүегеҙ бик яҡшы.

Йорт мәшәҡәттәрендә яр­ҙамлашмай тороп, бабай баҡсаһында өлгөргән көнбағыш тамаҡтарына аш булып бармаҫын тойған малайҙарҙың ниәтен ишеткәс, ҡарттың йөҙө яҡтырып китте.

– Инәйегеҙҙең самауырын яңыртып, һыуһын ҡандырып алайыҡ та анау утын өйөмөн һарайға индерәйек, булмаһа…

Саимә инәйҙең ҡоймаҡтары менән баллап сәй эсеп алғас, малайҙар дәртләнеп эшкә тотондо. Эре-эре киҫәктәргә ярылған ҡайын утын өйөмө бер тында бушап ҡалды.

Иңдәрен баҫҡан ҡара йөктән ҡотолоп, еңеллек менән килеп сыҡты малайҙар йорттан. Күл буйына барып, көнбағыш сирттеләр, ҡыр өйрәктәрен һыйланылар, тағын һыу инделәр.

Был ваҡиғанан һуң күп йылдар үтте. Ғәли бабай менән Саимә инәй ҙә йорттарын ейәндәре Маратҡа ҡалдырып, донъя ҡуйҙылар. Илмир ҙа, иптәштәре кеүек уҡыуын тамамлағандан һуң, ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтты, белем алды, һөнәр үҙләштер­ҙе. Үҙ ғүмерендә башҡаса кеше мөлкәтенә ҡул һуҙманы.

…Баҫыуға табан атлаған агроном Илмирҙың юлы Түңәрәккүл буйынан үтә. Туҙанлы юлдан күлгә табан һары башлы малай йүгерә, ҡулдарында – бешкән көнбағыш баштары. Ҡасандыр Ғәли бабай баҡсаһында үҫкән эре көнбағыштар улар. Юҡ, кемдеңдер баҡсаһынан сәлдермәгән уларҙы малай. Бабай иҫән саҡта орлоғон ауылдаштарына үҙе өләш­кәйне. Ҡояшлы көнгә ба­ғып һәр баҡсала үҫә улар хә­ҙер. Аяҡҡа баҫып килгән йәш быуынға һабаҡ биргән Ғәли бабайҙың иҫтәлеген һаҡлаған алтынбаштар йәй оҙоно ауылды йәмләп ултыра.

Аида ХӘЙРЕТДИНОВА.
Читайте нас: