+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
8 Июль 2021, 15:56

Портрет

Хикәйә Тайғаҡ юлдан йүгерә-атлай бер ҡыҙ ки­лә. Ҡулындағы сәғәтенә ҡарап ала ла йүгерә башлай, ҡайҙа шул тиклем ашығалыр...

Портрет
Портрет

Ниһайәт, кәрәкле йорт. Лифтты ла көтмәйенсә баҫ­ҡыс­тар буйлап юғарыға күтәрелә. Өйгә ингәс, телевизор пультын эҙләп таба һәм кәрәкле каналға көйләй.
– Ниңә шул тиклем ҡабаланаһың ул, ут ҡаптымы әллә? – Гөлфирә апай ҡыҙының түңәрәктән шулай көн дә ашығып ҡайтыуына күнегеп тә бөткән, әммә әлеге ҡылығын Гөлдәр йүнләп аңлатып биргәне юҡ.
– Былай ғына, әсәй, тышта ямғыр бит, һыуланғым килмәне, – тип был юлы ла ҡыҙ ҡоро ғына яуап бирҙе һәм донъяһын онотоп, телевизорға текәлде.
«Сәләм, дуҫтар! Эфирҙа «Һуңғы хәбәр­ҙәр». Һәм һеҙҙең менән мин, Руслан Яубаҫаров...»
Гөлфирә апай ҡыҙының үҫмерҙәр тапшырыуын яратып ҡарағанын белә. Әммә: «Шул тиклем мөкиббән китеп ултырып булмайҙыр, берәй ғилләһе барҙыр бының», – тип эстән генә уйлап ҡуйҙы. Үҙе ҡысҡырып:
– Гөлдәр, оҙаҡлама. Сәй ҙә ҡайнаны, бәлеш тә беште, ашарға сыҡ, – тип әйтте лә аш бүлмәһенә йүнәлде.
Гөлдәр әсәһенең әйтеүенә баш ҡаҡты ла артабан тағы экранға төбәлде. Сәй ҡай­ғыһымы ни... бына бит ул, бөҙрә сәс­ле, зәңгәр күҙле, оҙон буйлы, ҡыҫҡаһы, Гөлдәрҙең төн йоҡоларын урлаған егет. Тапшырыуҙың алып барыусыһы – Рус­лан. Гөлдәр уны былтыр йәй телевизорҙа күреп ҡалды һәм шунан бирле күңел тыныслығын юғалтты. Күптәр: «Иҫәр был ҡыҙ», – тиер. Ысынлап та, күрмәгән, бел­мәгән кешене яратып буламы икән? Быны Гөлдәрҙең үҙенән һорағыҙ, ни тиер? Әлбиттә, ул өндәшмәҫ, сөнки серен бер кем дә белмәй.
Руслан да, Гөлдәр ҙә бер ҡаланан, әммә төрлө мәктәптә уҡыйҙар. Әгәр ҙә бер белем усағында булһалар ҙа, һис нәмә үҙгәрмәҫ ине. Сөнки Гөлдәр бик оялсан. Тик яуапһыҙ мөхәббәт утында янып күпме түҙергә мөмкин? Бер мәл Гөлдәр Русланға «Бәйләнештә» сайты аша хат яҙып ҡараны. Хат тип, «Сәләм, хәлдәр нисек?» тигән булды инде. Әммә егеттән яуап кил­мәне. «Мин генә түгел, әллә күпме ҡыҙҙар яҙалыр әле үҙенә», – тигән уйҙар ме­нән ҡыҙ уны оноторға маташты. Тик әйтеүе генә еңел икән…
Гөлдәр сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнә. Оҫта һүрәт төшөрөүе менән бергә матур итеп йырлай ҙа. Уҡыуҙа ла тик маҡтап телгә алалар, иптәштәре араһында абруйы ла ҙур. Етмәһә, синыфтарында староста. Әлбиттә, «Гөлдәр ҙә Гөлдәр» тип бер тотом ҡалмай эйәреп йөрөгән табаҡ битле, ерән Тимурҙы һанамағанда, ҡыҙҙы күҙләп йөрөгән бынамын тигән егеттәр ҙә байтаҡ. Тик уларға ла яуапһыҙ мөхәббәт менән сикләнергә тура килә, сөнки Гөлдәр эргәһенә бер кемде лә яҡын ебәрмәй. Быға, әлбиттә, Руслан ғына ғәйепле. Әхирәте Сулпан:
– Бик эреләнәһең дә китәһең, – тигәс, Гөлдәр уға бер көн серен систе. Тегеһе аптырауҙан хайран ҡалды, тик әхирәтен Русланды оноторға өгөтләй башланы. Ләкин йөрәккә ҡушып буламы ни?!
Гөлдәр буш ваҡыттарында бүлмәһенә бикләнеп, уның һүрәтен төшөрә. Элек ата-әсәһенә рәсемдәрен тантаналы рә­үештә күрһәтер ине, ә быныһын йәшереп тота. Инде эшен тамамлап, бүтәндәрен төр­гән кеүек, аҡ ҡатырғаға урап ҡуйҙы ла дә­рес әҙерләргә ултырҙым ғына тигәндә, тынлыҡты боҙоп, телефон шылтыраны. Уҡытыусыһы Ришат Абдулла улы икән.
– Гөлдәр, – тине ул ҡабаланып, – тиҙ генә берәй һүрәтеңде килтер. Бында конкурсҡа эштәр йыялар, һинең ҡатнашыуың мотлаҡ, тиҙ бул!
Ҡыҙыҡай ашығып бүлмәһенә үтте. Тәк, ҡайһыһын ебәрергә? Былай һүрәттәре күп кенә, һайлап алырға кәрәк. Тик бөтәһе лә һәйбәт кеүек, авторға үҙ эше бер­ҙәй яҡын һәм матур. Әһә, бына ошоно алып барырға кәрәк. Гөлдәр ҡатырғаның ситен ҡайырып һүрәткә күҙ һалды, график стилдәге натюрморт шикелле. «Ярай, ба­ра», – тип йәһәт кенә сығып йүгерҙе.
Һүрәтен тапшырып ҡайтып килгәндә юлына Сулпан осраны. Яңы эшен күрергә теләп, Гөлдәрҙәргә инделәр. «Бына, – тине Гөлдәр, – ҡатырғаһын үҙең сис тә ҡара, кемгә оҡшаған?» Әхирәте яйлап ҡына һүрәткә күҙ һалды.
– Һуң һин, Русландың портретын төшөрҙөм, тигәйнең бит?
– Ә был кем, һинеңсә, ерәнбаш Тимурға оҡшағанмы әллә? – тип көлдө лә Гөлдәр һүрәткә ҡарап аптырап ҡалды. Портретта Руслан булырға тейеш ине, бит...
– Әйҙә һуң, тегеләрен ҡарайыҡ, – тип Сулпан әхирәтенә ярҙамға ашыҡты.
Тик күпме генә эҙләмәһендәр, Руслан табылманы. Ахыр сиктә Гөлдәр ҡысҡырып ебәрҙе:
– Әллә мин уның портретын яңылыштан Ришат ағайға конкурсҡа алып бар­ҙыммы икән?
– Шулай була инде, күптән әйттем, онот шуны тип, юҡ, тыңламаның, хәҙер Ришат ағай нимә уйлай инде һинең турала?
Тауышты ишетеп, аш бүлмәһенән Гөлфирә апай килеп сыҡты.
– Ни булды, ҡыҙҙар? Берәй нәмә юғалттығыҙмы әллә?
– Юҡ, әсәй, бер ни ҙә булманы, – тине Гөлдәр, тынысланырға тырышып.
– Улайһа, әйҙәгеҙ, ашап алығыҙ.
Тик Гөлдәрҙә лә, Сулпанда ла ашау ҡай­ғыһы юҡ ине. Нисек тә Ришат ағайға шылтыратып, һүрәтте кире алырға.
– Юҡ, шул, Гөлдәр. Алып киттеләр һү­рәтеңде. Ни эшләп кире һорайһың? Эшең бик матур сыҡҡан, практик яҡтан дөрөҫ, ниңә ҡайғырырға? – тине уҡытыусы.
– Ярай, әхирәт, бошонма. Бөтәһе лә һәйбәт булыр. Мин әйтте тиерһең, – тине лә Сулпан да ҡайтып китте.
Был хәлгә аҙна тирәһе ваҡыт үтеп китте. Бөтә нәмә ғәҙәттәгесә бара. Гөлдәр көн дә ашығып ҡайтып, телевизорҙан Рус­ланды көтә, Сулпан уны йыуата. Әммә ҡасан да булһа хәлдәр үҙгәрергә тейеш ине. Һәм үҙгәрҙе лә…
«Сәләм, дуҫтар! Һеҙҙең менән Руслан Яубаҫаров. Әлеге ваҡытта мин һеҙҙе республиканың йәш рәссамдар бәйгеһенән сәләмләйем. Бында һүрәттәр иҫ киткес күп. Шулар араһында үҙемә оҡшағанын да табып алдым. Өфө ҡалаһынан Гөлдәр Абдуллинаның һүрәте ул. Шуныһы ҡы­ҙыҡлы: был егет миңә ныҡ оҡшаған. Гөлдәр, минең портретты төшөрҙөңмө әллә?..»
Ҡалған һүҙҙәрҙе Гөлдәр ишетмәне, сөнки бәхеттең етенсе ҡатында ине. Ундай саҡта берәй нәмә ишетеү икеле. Әммә шуны асыҡ аңланы ҡыҙ: тимәк, Руслан менән танышыу мөмкинлеге бар. Үәт, әй, ябай ғына бер һүрәт өсөн дә шулай шатланып була икән дә. Татлы хыялдарға сумған Гөлдәр «Бәйләнешкә» инеүе булды, көткән хат килеп тә төштө. Эйе, Рус­ландан! Ә унда: «Гөлдәр, һүрәтең өсөн ҙур рәхмәт. Мөмкин булһа, һинең менән яҡындан танышырға теләр инем», – тигән һүҙҙәр яҙылғайны…

Нурзилә УСМАНОВА.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: