+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
9 Июль 2021, 10:50

Дуҫтар

Хикәйә Ямғырлы көҙҙөң һалҡын көнө. Урам буйында кешеләр ҙә күренмәй тиерлек.

Дуҫтар
Дуҫтар

Ниндәйҙер йомоштары бул­ғандары ла эштәрен тамамлап, йәһәтләп йылы өйҙәренә ашыға. Йәмил дә дәрестәре бөткәс, өйҙәренә ҡарай атланы. Ҡаршы яҡҡа әсе ел иҫә, ямғыр тамсылары биткә бәрелә.
Ҡайҙандыр әсе сыйылдаған тауыш ишетелеп ҡалды. Башта ҡолағыма ғына салыналыр, тип уйлаһа ла, тағы ҡабатланғас, Йәмил туҡтап тыңларға булды. Тауыш юл ситендәге бағана эргәһенән ишетелә ине. Малай яҡын барып ҡараһа, уның төбөндә ямғырға күшеккән бәләкәс кенә аҡ көсөк ултыра. Малай кескәй йән эйәһен йәлләп, уны күтәреп алды ла өйөнә ашыҡты.
Бәхетенә күрә, улының яңы дуҫына әсәһе лә яҡты йөҙ күрһәтте. Көсөктө тәрбиәләп, ашатып, уға оя хәстәрләй һалып, матур Аҡбай исемен ҡушып та ҡуялар.
Шул көндән алып эте менән Йәмил айырылмаҫ дуҫтарға әйләнде. Ҡайҙа бар­һалар ҙа, бергә йөрөйҙәр, малай тышта төрлө эштәр башҡарғанда ла көсөк уның эргәһендә урала.
Йыл артынан йыл үтте. Аҡбай хәҙер кәүҙәле ҙур эткә әйләнде.
...Йәй көнө булды был хәл. Төшкә тиклем йорт тирәһендәге эштәрен бөткән малай­ҙар ауыл эргәһендәге быуала һыу инеп алырға ашыҡты. Аҡбай ҙа улар артынан эйәр­ҙе. Һыу буйы балалар­ҙың шат тауышынан гөрләп тор­ҙо. Берәүҙәр рәхәтләнеп йөҙһә, икенселәре яр буйында ҡояшта ҡыҙынды. Бер ваҡыт һыуҙағы малайҙарҙа сәм уянып китте. «Кем ҡурҡ­май икенсе ярға тиклем йөҙөп барырға?» – тип бәйге үткәрергә булдылар. Ярыш сәме уянған малайҙар бер-бер артлы һыуға һикерҙе. Яр ситендә Йәмил генә эте менән тороп ҡалды.
– Нимә, ҡыҙҙар һымаҡ тораһың?
– Эй, ҡурҡа ул!
– Ҡурҡаҡ, ҡурҡаҡ! – тип ҡысҡырышты малайҙар.
– Юҡ, ҡурҡмайым! – тине лә Йәмил дә һыуға һикерҙе.
Ул ял итеп тә өлгөрмәгәйне шул, хәле тиҙ бөттө. Йөҙөп барып, ярты юлға еттем тигәндә, һыу үҙен аҫҡа һөрәй башлаған кеүек тойолдо. Ҡаушап ҡалған малай ҡысҡырырға итә, тауышы сыҡмай. Дуҫтары ла арыу уҡ алыҫҡа китеп өлгөргән. Шул ваҡыт яр башында малайҙарҙы тыныс ҡына күҙәтеп ятҡан Аҡбай ҡапыл ыр­ғып тороп, Йәмилгә ярҙам­ға ташланды. Дуҫы эргәһенә йөҙөп килде лә: «Йә, тотон миңә», – тигән һымаҡ уға күҙ­ҙәрен мөлдөрәтеп ҡараны. Хәле бөткән малай көскә-көскә этенә йәбеште. Шулай яйлап ярға табан йөҙҙөләр.
Хәлдең айышына төшөнгән малайҙар Йәмил эргәһенә йыйылып:
– Эй, ҡалай дуҫың шәп!
– Минең дә шундай этем булһын ине.
– Ныҡ ышаныслы! – тип маҡтаны Аҡбайҙы.
Аҡбай кешеләрҙең ярҙамына мохтаж булғанда уға бары Йәмил иғтибар иткән ине, ә бөгөн дүрт аяҡлы дуҫы малайҙы ҙур бәләнән ҡотҡар­ҙы. Ысын дуҫтар шулай була икән ул!

Розалина Үтәбаева,
VII синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы,
Өмөтбай мәктәбе.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: