+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
17 Август 2021, 10:50

Әтәстәр батшалығы

Әкиәт Борон-борон замандарҙа әтәстәр һәм тауыҡтар бөгөнгө кеүек кешеләр менән түгел, ә айырым батшалыҡта йәшәгән, ти.

Әтәстәр батшалығы
Әтәстәр батшалығы

Тик унда тормош бер ҙә тыныс булмаған. Сөнки әтәстәр: «Мин батша булам!» – тип көнө-төнө үҙ-ара һуғышҡан.
Шулай ғүмер итә торғас, батшалыҡтары тамам бөлгөнлөккә төшкән. Иҫән ҡалған әтәстәр, аптырап, кәңәш ҡорорға булған. Йыйылышта иң ҡарт әтәс ошондай һүҙҙәр әйткән:
– Был һуғыш бәләһенән үҙебеҙ генә ҡотола алмаҫбыҙ. Әйҙәгеҙ, ярҙам һорап йән эйәләренең иң аҡыллыһы – кешеләргә барайыҡ! Бесәйҙәр, эттәр, аттар улар менән күптән бергә йәшәй бит, беҙҙе лә йәберләмәҫтәр.
Барыһы ла ҡарт әтәстең кәңәшен тыңлаған. Кешеләр быларҙы ихлас ҡабул иткән. Һәр йорт хужаһы тауыҡтары, себештәре менән берәр әтәсте үҙҙәренең ихатаһына индергән, уларға кетәк һалып биргән, ә әтәскә ихата эсендәге мал-тыуарға баш булырға ҡушҡандар.
Был тиклем ололауға әтәстәр-ҙең шиңгән кикректәре кире кәперәйгән, батша ҡиәфәтен алып, үҙҙәрен эре тота башлағандар.
Әммә кешеләрҙең бер шарты булған. Ул замандарҙа әҙәм балалары ваҡытты белә алмай ыҙалаған. Ә әтәстәр, көнө-төнө һуғыш-ҡас, ваҡытты теүәл һанаған. Шу-ға таң беленеү менән матур итеп ҡысҡырып, хужаларын йоҡонан уятырға тейеш булғандар. Әтәстәр был эшкә шатланып ризалашҡан. Ошо килешеүҙе бөгөнгәсә теүәл үтәп киләләр.
Ә тауыҡтар, шатлыҡтарынан ни эшләргә белмәй, әтәстәренең батырлығына, матурлығына, «кик-ри-күүк!» тип һуҙып ҡысҡырыуҙарына һоҡланып, көн дә йомортҡа һалып, себештәрен ҡарап, бәхетле тормош кисерәләр, ти.
Шулай ҙа әтәстәр ҡайһы берҙә үткән тормоштарын иҫтәренә төшөрөп, күрше ихатаға кереп, ундағы «батша» менән рәхәтләнеп һуғышып та алалар икән.

Нәфис АҠЪЮЛОВ.

Читайте нас: