+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
24 Август 2021, 12:25

Аҡтырнаҡ

Булған хәл

Аҡтырнаҡ
Аҡтырнаҡ

– Уян инде, ҡыҙым! Һөйөнсө көтә һине, – тип йомшаҡ ҡулы менән сәсенән һыйпап уятты ейәнсәрен Ғәлиә инәй. Тәҙрә аша төшкән ҡояш нурҙарына иркәләнеп ятҡан Нәркәс иренеп кенә кирелде лә өләсәһенә ҡарап:
– Ә ниндәй һөйөнсө? – тип һораны.
– Атайың бәләкәй генә көсөк алып ҡайтты. Күптән хыяллана инең бит.
Ҡыҙыҡай был һүҙҙәрҙе ишетеү менән карауатынан һикереп торҙо ла тышҡа атылды.
Вәт, шатлыҡ! Уны, ысынлап та, тупһала бәләкәй генә ҡара төҫтәге көсөк көтә ине.
Ҡыуанысынан йомшаҡай ғына ошо йән эйәһен күтәреп үк алды ҡыҙ. Иркәләргә, уйнатырға тотондо.
– Күтәрмә, төшөр! Этте ҡулға өйрәтһәң, өрмәй ул, – тип өләсә-һе шелтәләп алғас ҡына ебәрҙе.
– Ниндәй исем ҡушайыҡ икән? – Күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары балҡыған Нәркәс өләсәһенә ҡараны. – Шарик, йә Рекс… Юҡ! Булғас-булғас, башҡорт исеме булһын! Аҡтүш тиһәк, түше аҡ түгел…
– Тырнаҡтары аҡ бит. Аҡтырнаҡ булһын, – тине Ғәлиә инәй. – Элек шундай исемле этебеҙ бар ине.
– Ысынлап та, әйҙә, Аҡтырнаҡ булһын! – Ҡыҙ йүгереп барып көсөктө һыйпаны ла уға исеме менән өндәште. Аҙаҡ йәнә өләсәһенә һорауҙар яуҙырҙы:
– Һеҙҙең Аҡтырнаҡ та ошо маъмайға оҡшағайнымы? Уға исемде кем ҡушҡайны? Әле ул эт ҡайҙа?
Ғәлиә инәй ҡараштарын алыҫҡа төбәп, бер аҙ уйланып торҙо ла, ошоларҙы бәйән итте:
– Олатайың көсөк көйөнсә генә алып ҡайтҡайны уны. Һоро төҫтә, тырнаҡтары һәм ҡойроғоноң осо ғына аҡ ине. Беҙгә тиҙ эйәләште. Эт аҡыллы йән бит ул. Бөтәһен дә аңлай, һөйләшергә теле генә юҡ. Аҡтырнаҡ та шундай ине. Үҙебеҙҙең малды ғына түгел, ҡош-ҡорттарға хәтлем таный торғайны. Ихатаға күршеләрҙеке инһә, баҫтырып сығара. Барлыҡ туғандарҙы, яҡындарҙы таный, ә ситтәрҙе ҡапҡанан да үткәрмәй. Үҙе былай берәүгә лә зыян итмәне, өрөп ҡурҡытты ғына. Олатайыңды айырыуса яратты. Ҡайҙа барһа ла, артынан ҡалманы.
Аҡтырнаҡ йортобоҙҙоң һаҡсыһы ғына түгел, ярҙамсыбыҙ ҙа булды. Көтөү көтөшә, үҙенсә мал ҡыуыша торғайны. Бәпкә, себеш сыҡҡас, уларҙы ла һаҡланы. Ситтән генә күҙәтеп ятып, ҡарғаларҙы яҡын да килтермәне.
Бер ваҡыт күрше ауылға ҡунаҡҡа киткәйнек. Себештәр бәләкәй булһа ла, Аҡтырнаҡҡа ышанып, ихатала ҡалдырҙым. Кискә табан көн боҙолдо. Көслө ел сығып, йәшенләп ямғыр яуырға тотондо. Ҡайтып еткәнсе тыштағы себештәремде уйлап хафаландым. Әммә йортҡа хужа булып ҡалған этебеҙ уларҙы һис онотмаған. Ямғыр башланғас, һарыҡайҙарҙы һаҡ ҡына ауыҙына ҡабып, ояларына ташырға керешкән. Тап ошо мәлдә ҡайтып та төштөк.
14 йәшкә тиклем йәшәне ул. Олатайыңдың яҡты донъянан китеүен бик ауыр кисерҙе. Һуңғы юлға оҙатҡанда, кеше һымаҡ, күҙҙәре йәш менән мөлдөрәмә тулғайны. Әле һаман да күҙ алдымда тора.
Олатайыңды ерләп ҡайтҡандан алып ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Аҡтырнаҡ зыярат юлын тапаны. Тәүҙә быны белмәгәйнем. Был хаҡта фермала эшләүселәрҙән ишеттем. Кискә ҡарай юғалған Аҡтырнаҡ көн дә иртән зыяраттан сыға икән. Күп тә үтмәй, үле кәүҙәһен олатайыңдың ҡәбере өҫтөнән таптыҡ…
Ғәлиә инәй ауыр итеп көрһөнөп ҡуйҙы ла яулыҡ осо менән генә күҙ йәштәрен һөртөп алды. Был ваҡиғаны һағышланып тыңлап ултырған Нәркәс тә тәрән уйҙарға сумғайны. Аҙаҡ:
– Вәт, исмаһам, ысын дуҫ. Эт – тоғро хайуан тигәндәре дөрөҫ икән, – тип ҡуйҙы. Шунан, тәь-ҫирләнеп, көсөгөн күкрәгенә ҡыҫты:
– Аҡтырнағым минең! Һин дә минең иң яҡын дуҫым булырһың!

Юлиә КИРӘЕВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: