-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
2 Сентябрь 2021, 15:25

Микробтар кемде ярата?

Әкиәт

Микробтар кемде ярата?
Микробтар кемде ярата?

Борон-борон түгел, ә хәҙерге заманда бер ауылда йәшәй, ти, Фәрит исемле малай. Быйыл икенсе синыфта ғына уҡый әле ул.
Бер көн телевизорҙан «Сәңгелдәк» тапшырыуын ҡараны ла, ғәҙәтенсә, әсәһенең әйтеүен дә көтмәй, йыуыныу бүлмәһенә инеп тештәрен таҙартты. Унан аяҡтарын йыуып, таҫтамал менән ҡоротҡандан һуң, йоҡларға ятты.
Төшөндә бик тә сәйер ваҡиғалар күрҙе. Имеш, һәр төрлө ауырыу тыуҙырыусы микробтарҙың үҙ-ара һөйләшкәнен ишетә:
– Әйҙә, барып Фәритте бер аҙ дөмбәҫләп алайыҡ, – ти араларынан береһе, – күптән сирләгәне юҡ. Әллә кем булып йөрөмәһен әле…
– Тағы шуға әйҙәмәк булаһыңмы? Ул малайға һөжүм итеүҙән файҙа юҡ, – тине Ҡысынма талпаны, – сөнки һәр ваҡыт ҡулдарын һабын менән йыуа. Уйынсыҡтары, портфеле, өҫтәле, ручка һәм ҡәләмдәренә тиклем һәр саҡ таҙа була. Ә ундай ерҙә беҙ үҫә лә, үрсей ҙә алмайбыҙ…
– Эйе, эйе, – тип ҡушылды эс ауырыуы тыуҙыра торған Дизентерия таяҡсаһы. – Фәриткә барыш юҡ.
– Ул ғына ла түгел, – тип өҫтәне Грипп вирусы, – Фәрит, өҫтәүенә, спорт менән бик дуҫ. Шуға күрә лә уның тәне сыныҡҡан, беҙҙең һымаҡ микробтарға бирешә һалмай…
– Микробты һис бер ҡаршылыҡһыҙ ҡабул итерҙәй малайҙы беләм, – тине Дизентерия бер аҙҙан. – Ул – Фәриттең дуҫы Ансар. Ашар алдынан йә иһә тышта йөрөп килгәндән һуң ҡулдарын йыуырға ла иренә. Теш таҙартырға кәрәклеген дә һәр саҡ инҡар итә.
– Өҫтәүенә, яҙлы-көҙлө ҡыйыҡтарҙа эленеп торған боҙлоҡайҙарҙы һурыуҙан да тартынмай. Хатта ерҙәге ҡарҙы ла ашай ҡайһы саҡта, – тип элеп алды Ангина тыуҙырыусы стафилококк устарын ыуа-ыуа. – Үәт, кемде дөмбәҫләргә лә була! Спорт менән дә дуҫлашырға ялҡауланған ана шул малайҙың тәнен анһат ҡына еңеп аласаҡбыҙ.
– Киттек Ансарға… – тиеште микробтар бер ауыҙҙан…
«Уф!», – тип тиргә батып килеп уянды йоҡоһонан Фәрит. Ә бит, ысынлап та, уның дуҫына ҡурҡыныс янай! Яҡын иптәшен һәр төрлө хәүефле сирҙәр хаҡында ашығыс рәүештә иҫкәртергә кәрәк! Физзарядка яһағандан һуң, йыуынып, кейенеп алды ла шәп-шәп атлап Ансарҙарға китте. Таҙалыҡҡа, спортҡа өндәйәсәк ул бөгөн дуҫын…

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: