+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
7 Сентябрь 2021, 14:15

Бесәй нисек аҡылға ултырған

Әкиәт

Бесәй нисек аҡылға ултырған
Бесәй нисек аҡылға ултырған

Борон-борон заманда әбей менән бабай йәшәгән, ти. Улар­ҙың балалары булмаған, шуғалыр инде бөтә наҙ бесәйгә эләккән. Ул «мыр-мыр» килеп гел күҙ алдарында йөрөгән. Исеме лә Мыраубай булған. Әбей менән бабай бесәйҙәрен көйләп кенә торған, гел һыйпап ярат­ҡан. Тәмле һөт эсеп, ит ашап өй­рәнгән Мыраубай сысҡан тотоу түгел, уны иҫкә лә алмаған. Бер ҙә файҙаһы булмаһа ла, хужалары уны тиргәмәгән. Мыраубай үҙен хан кеүек хис иткән, мейес башында рәхәтләнеп йоҡлап, һыйланып йәшәй биргән.
Бер ваҡыт бабай ат егеп, урманға утынға барған. Йөгөн тейәп ҡайтырға сыҡһа, ни күҙе менән күрһен: юлда ҡанһырап, яралы бер эт ята, ти. Бабай уны йәлләгән дә күлдәк итәген йыртып, яраларын бәйләгән, шунан арбаға һалып өйөнә алып ҡайт­ҡан. Әбей йүгереп йөрөп һыу килтергән, икәүләп йәрәхәтләнгән тәнен йыуып, һары май һөртөп, юлъяпрағы ҡаплап, бәйләп ҡуйғандар. Уны бесәй эргәһенә мейес башына һалғандар. Тегегә был эт бер ҙә оҡшамаған, ул һыртын ҡабартып «фырҡылдай» башлаған. Мыраубайҙың бигерәк тә әбей менән бабайҙың ят хайуанды дауалауы, уны ҡайғыртыуы маҙа­һына тейгән.
Эттең яралары бик тиҙ төҙәлгән. Ул үҙен ҡотҡарған бабайға, дауалаған әбейгә рәхмәтле бул­ған, нисек яҡшылыҡ ҡылырға икән, тип уйлаған. Өй хужаһы менән һөйләшеп, үҙенә тышта бер оя ҡорҙорған да шунда көнө-төнө йорт-ерҙе һаҡлап, тоғро хеҙмәт иткән. Уғрылар ҙа, насар уйлы кешеләр ҙә, эттән ҡурҡып, йортто урап уҙыр булған. Хатта төлкөләр ҙә баш­ҡаса ҡураға яҡын бармаған.
Был тиклем ихлас хеҙмәт итеүен күреп хужалары ныҡ шатланған, ти. Үҙенә иң майлы ит ҡалъяһын бирергә тырыш­ҡандар, ә ҡыл ҡыбырлатмай, мейес башынан төшмәй ятҡан бесәй уларҙың асыуына тейгән. Тегеһе үҙенә ҡараш үҙгәргәнен тойоп, хужаларына этте хурлап, буш һүҙ һөйләп маташҡан, тик уны тыңлаусы булмаған. Шунан Мыраубай мәкерле хәйлә ҡор­ған. Төндә эт янына сығып, хәбәр һалған:
– Әй, маъмай, имен саҡта ҡас бынан! Иртән һине тоҡҡа һалып йылғаға ырғытырға ҡарар иттеләр.
– Кит, юҡты һөйләмә! – тигән эт, ышанмайынса.
– Үҙем ишеттем, һин әрәмтамаҡтан туйғандар, ҡотолорға булғандар, – тигән бесәй.
Ялҡытҡанмындыр инде, тип уйлап, эт күҙ күргән яҡҡа киткән…
Иртән ашарға бирһәләр, эт күренмәй, ти. Эҙләп тә тапмағас, бик ҡайғырғандар.
Шулай өс көн уҙған. Әбей менән бабай ашауҙан яҙған, бесәйҙе лә онотҡандар, тик эттәрен уйлап ҡыҙғанып илайҙар икән. Дүртенсе көндө Мыраубай түҙмәгән, үҙенең ҡылығы тураһында һөйләмәксе булған, тик ғәрләнгән. Үҙенең хатаһын төҙәтергә булып, маъмай­ҙы эҙләп сығып киткән. Ул урман ситендә олоп ултырған бүрегә барып сыҡҡан да ҡурҡышынан әсе итеп ҡысҡырып ебәргән һәм иҫен юғалтҡан. Һушына килгәндә эргәһендә эт ултыра, ти. Ул, Мыраубайҙың тауышын танып, йүгереп килгән һәм абалап өрөп, бүрене ҡыуып ебәргән.
Бесәй эткә бөтәһен дә һөйләп биргән, көнсөллөк арҡаһында ошондай мәкергә барыуын әйтеп, ғәфү үтенгән. Маъмай уны кисергән. Бергәләп ҡайтып ингән эт менән бесәйҙе күреп, әбей менән бабай бик ҡыуанған. Эштең ниҙә икәнен белгәс, күңел йылыһын тигеҙ бүлә башлаған, ти былар. Бесәй ҙә сыс­ҡан тоторға өйрәнгән. Шулай итеп, эт менән бергәләп хужаларына тоғро хеҙмәт иткәндәр.

Рәмилә СӘҒҮТДИНОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: