+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
7 Сентябрь 2021, 14:25

Сәскәләрҙе өҙмәгеҙ

Кешеләргә генә түгел икән,Сәскәгә лә кәрәк таяныс.

Сәскәләрҙе өҙмәгеҙ
Сәскәләрҙе өҙмәгеҙ

Икәү булғас, бергә рәхәтерәк,
Йөҙҙәрендә шатлыҡ-ҡыуаныс.

Бәлки, ошолор беҙ аңламаған,
Тәбиғәткә генә хас һөйөү?
Елдәр иҫһә, көслө ямғыр яуһа,
Берең өсөн берең өҙөлөү?

Иртән йылы ҡояш нурҙарында
Иркәләнеү, наҙҙар кисереү.
Донъябыҙға ап-аҡ таждар менән
Тик матурлыҡ, бары нур сәсеү…

…Кемдер килеп өҙөп алып китә
Ынйы бөртөгөнә хас хисте.
Яңғыҙ сәскә моңһоуланып ҡала,
Ә өҙөлгәне бик тиҙ шиңде…

Бына шулай туң йөрәктәр була,
Тик үҙҙәрен генә уйлаған.
Үҙе өсөн бөтә гүзәллекте
Тамырынан өҙөп ташлаған.

Уйын күреп кенә һис бер кеше
Сәскәләрҙе өҙөп алмаһын!
Сихри күренешкә күҙ тейҙермәй,
Тик һоҡланып ситтән ҡараһын.

Лилиә ҠАҺАРМАНОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: