+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
9 Сентябрь 2021, 12:50

Сәғит сәғәт төҙәтә

Ватылды, күрәһең, сәғәт –Ул йөрөмәй башланы.

Сәғит сәғәт төҙәтә
Сәғит сәғәт төҙәтә

Төҙәтмәксе булып, Сәғит
Уны һүтеп ташланы.

Атайым эштән бушамай,
Бер файҙа булһын, тине,
Төҙәтеп ҡуйғанды күргәс,
Аптырап торһон, тине.

Сәғит – тәүәккәл малай ул,
Атаһынан күрмәксе,
Бер эштән дә йөҙ сөйөрмәй,
Бөтәһен дә белмәксе.

Бына әле сәғәтте лә
Һүтеп ҡуйҙы ул йәһәт.
Унан йыйҙы. Тик ни ғәжәп –
Һаман йөрөмәй сәғәт!

Торманы Сәғит аптырап,
Йәнә һүтте сәғәтте,
Эҙләне уның телдәрен
Тотҡарлаусы сәбәпте.

Шулай ыҙалана торғас,
Өс сәғәт ваҡыт үтте.
Ул арала инде эштән
Атаһы ҡайтып етте.

«Артыҡ» деталдәрҙе Сәғит
Ҡуйырға белмәй ҡайҙа…
Зыян ғына итте, буғай,
Эшләй алманы файҙа.

«Харап иткәнһең әйберҙе,
Кит, күренмә күҙемә!» –
Тип әрләр инде атаһы,
Сәғит шулай һиҙенә.

Ә атаһы уның хәлен
Бер ҡарауҙан уҡ тойҙо,
Белгәс ул «сәғәт тарихын»
Йылмайып ҡына ҡуйҙы.

Юҡ, теле барманы уның
Шелтә һүҙе әйтергә,
Сөнки Сәғит – боҙманы бит,
Тырышты төҙәтергә!

Рәдиф ТИМЕРШИН.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: