+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
13 Сентябрь 2021, 14:00

Тимурсылар

Хикәйә

Тимурсылар
Тимурсылар

Бишенселәр үҙҙәрен тимурсылар ко­мандаһына индереүҙәрен түҙемһеҙләнеп көтөп йөрөнө. «Тимур һәм уның командаһы» исемле китапты барыһы ла уҡып өлгөргәйне, шул тырыш уҡыусыларға оҡшарға теләү көслө ине уларҙа.
Ниһайәт, мәктәп линейкаһында уларҙы ла «Тимурсылар»ға алыуҙарын әйттеләр.
Ысын пионерҙың төп бурыстары һәйбәт уҡыу, ололарға ярҙам итеү, башҡаларҙы ла үҙ артыңдан эйәртеү икәнен яҡшы төшөнә уҡыусылар. Ә бишенселәр бөтәһе лә яҡшы уҡый, «икеле»гә, «өслө»гә һөйрәлеүсе юҡ, сөнки берҙәм, бер-береһенә ярҙам итергә әҙер торалар. Татыу синыф менән бөтә мәктәп ғорурлана. Хәҙер улар­ға тағы бер яуаплы эш йөкмәтелә – ололарға ярҙам итеү.
Төштән һуң бөтә синыф бергә йыйылды ла ауылдағы өлкән кешеләргә ашыҡты. Синыфта лидер булып йөрөгән Вәкилде был юлы ла командир итеп ҡуйҙылар, сөнки уның әйткәнен бөтәһе лә тыңлай.
Урамдан үтеп барғанда, ҡаршыларына ауыр сумкалар күтәреп барған әбей осраны. Морат менән Марат исемле игеҙәк малайҙар уның янына ашыҡты.
– Өләсәй! Сумкағыҙҙы тотошайыҡмы? – тип ике малай инәйгә ҡараны. Уныһы, яңылыш ишетмәнемме, тигән шикелле:
– Ә-ә-ә, нимә тинегеҙ? – тип аптырап һораны ла, балаларҙың ихлас әйткәндәрен аңлап, риза булды.
Ауылдың иң осонда йәшәгән әбей ярҙамсыларға рәхмәт уҡыны.
– Ярай, һеҙ осранығыҙ әле, үҙем генә ҡасан ҡайтып етер инем… Аҡыллы, тәүфиҡлы булып үҫегеҙ – тине инәй.
Игеҙәктәр, алтын тапҡандай шатланып, синыфташтары янына йүгерҙе. Ә улар Ваһап олатайҙың ишек алдында мәж килеп эш менән булаша ине. Әнисә менән Нәфисә – иҙән, Гүзәл һауыт-һаба йыуа, Рушан менән Вәкил утын яра. Ярҙамсыларға ҡыуанып, ҡәнәғәт булып, олатай арлы-бирле йөрөй.
– Морат, Марат, килегеҙ, ярылған утынды өйөп торорһоғоҙ, – тине командир. Ике малай ихлас эшкә кереште.
Пионерҙарға ҡарап Ваһап олатай ҡасан­дыр үҙенең дә шулай ҡарттарға ярҙамлашып йөрөгәнен иҫенә төшөрөп, «Тимурсылар хәҙер ҙә юҡҡа сыҡмаған икән, Аллаға шөкөр», – тип шатлығын белдерҙе.
Күпмелер ваҡыттан ишек алды ла, өй эсе лә ҡунаҡ көткәндәй балҡып, нур сәсеп тора ине. Ҡарт ихлас күңелдән балаларға рәхмәтен әйтте.
Ябай «рәхмәт» һүҙенән дә күңел шул хәтлем үҫеп китә икән дә. Бишенселәрҙең шатлығының сиге булманы. «Йәнә кемгә ярҙам итергә?» – тип китеп барғанда, һыу буйында ҡаҙҙарын эҙләп йөрөүсе Вәсилә апай осраны. Әнисә менән Гүзәл уға эҙләшергә булды. Баҡһаң, ҡаҙҙар ауыл осонда йөрөгән икән. Уларҙы алып килгәс, Вәсилә апай ҙа йылмайып рәхмәт әйтте.
Ҡайтырға тип торғанда, бишенселәр Гөлсәсәк апайҙың алма йыйып йөрөгәнен күреп, уға ярҙамға инде.
– Һеҙ булмаһағыҙ, был хәтлемде бөгөн йыйып та бөтөрә алмаған булыр инем, – тип балаларға ла алма өләште йомарт апай.
Ҡыҙарып бешкән емеште ашай-ашай ҡайтырға сыҡҡас:
– Командирығыҙ булараҡ, шуны әйтмәксемен: көн һайын ололарға, мохтаждарға ярҙамлашырға йөрөйәсәкбеҙ, – тип фарманын белдерҙе Вәкил.
Йыл буйы бишенселәр ярҙам итмәгән кеше ҡалмағандыр. Тырыш пионерҙарҙың эше хаҡында бөтә ауыл халҡы белә ине. Шуға күрә, кәрәк сағында, ҡайһы берәүҙәр үҙҙәре үк ярҙам һорап, килеп әйтеп китә: кемгәлер магазиндан әйбер алып килергә кәрәк, кемгәлер йорт эштәрендә булышаһың. Уҡыусылар ҡуш ҡуллап риза була.
Уҡыу йылы аҙағы яҡынлашты. Мәктәп линейкаһында директор бишенсе синыф уҡыусылары тураһында маҡтау һүҙҙәре әйтеп үтте:
– Өлгәшеү яғынан ал бирмәгән бишенселәр тимурсылыҡ эшендә лә һынатманы. Һеҙ ярҙамлашып йөрөгән ололарҙың әйтер һүҙҙәре лә бар, – тип Ваһап олатай менән Гөлсәсәк апайға һүҙ бирҙе.
– Бөтә ауыл халҡы исеменән һеҙҙең синыфҡа компьютер бүләк итәбеҙ. Һәр саҡ шулай әҙәпле, изге күңелле булып ҡалығыҙ, һынатмағыҙ, – тип белдерҙе улар.
Пионер галстугы таҡҡан уҡыусыларҙың йылмайыулы, шат йөҙөнән ҡояш үҙе көнләшер ине. Вәкил синыфташтарына күҙ ҡыҫты. Командирҙың ни әйтергә теләгәнен шунда уҡ аңлаған бишенселәр күмәкләшеп:
– Һәр ваҡыт әҙер! – тигән девизды яңғыратты.

Лилиә ҠАҺАРМАНОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: