Артур бөгөн йәнә «икеле» алды. Тиҙҙән өйҙә әсәһенең әрләү һүҙҙәрен ишетәсәге күңелен болоҡһотоп ебәрҙеме, урау юлдан, үҙәк урамдан, ҡайтырға сыҡты.
Кисә дуҫы менән уйнап йөрөп, әҙәбиәттән шиғыр ятларға кәрәклеген бөтөнләй онотҡайны. Китапты сумкаға һалыр алдынан ғына өйгә эш бирелгәнлеген иҫенә төшөргәндә, һуң ине инде. Ә уҡытыусы – уҫал, ниндәй генә сәбәп эҙләп маташма, әҙерләнмәй килгәнһең икән – «икеле». Насар билдә өсөн әсәһе бөтөнләй урамға сығармауы ла бар…
Малай күңелһеҙ уйҙарҙан арынырға тырышып, кешеләргә күҙ һалды. Бөтәһе лә ҡайҙалыр ашыға… Ана, ике бәләкәй малай көлөшә-көлөшә, ауыр сумкаларына иғтибар ҙа итмәй, ҡайтып бара. Билдәле, улар «икеле» алмағандыр…
Шул саҡ Артур янынан үтеп барған әбейҙең юлында нимәлер төшөп ҡалғанына иғтибар итте. Йүгереп килеп ҡараһа – аҡса янсығы! Эсендә биш йөҙ һум аҡсаһы ла бар бит әле! Инәй әйбере төшөп ҡалғанын һиҙмәне лә, икенсе урамға боролоп, күҙҙән дә юғалды. Ә аҡсаһы – Артур ҡулында! Малайҙың күҙ алдында туңдырма, тәмлекәстәр, телефонына аласаҡ ҡолаҡсын балҡып китте, һәм ул янсыҡты кеҫәһенә һалып алғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.
Ниңәлер, шундуҡ магазинға инмәне үҙе. Ҡайтҡас, аш-һыу бүлмәһенән килеп сыҡҡан әсәһе:
– Ҡана, көндәлегеңде күрһәт әле! – тип янына килеп тә баҫты.
Артур башын эйеп, һүҙһеҙ генә көндәлеген һуҙҙы.
– Әстәғәфирулла! Был ниткән эш? Кисә көнө буйы урам ҡыҙыра инең, ана, һөҙөмтәһе! Бынан ҡабат өйгә эшеңде әҙерләмәйенсә урамға сығыу юҡ!
Әсәһе йәнә нимәлер әйтеп тороп ҡалғайны, әммә Артурҙың уйын янсыҡ биләп өлгөрҙө. «Башҡалар әйберенә һорамайынса ҡағылырға ярамай», – тип уҡытыусылары әйтә килә. Хәҙер хатта үкенә биреп тә ҡуйҙы. Уның урынында башҡа берәү булһа, мотлаҡ инәйҙе туҡтатып, ҡулына тоттороп китер ине. Ә ул… Ал да, ҡас, имеш, шул да булдымы егетлек!
Көнө буйы бүлмәһенән сыҡмағас, әсәһе борсолоп улын ашарға ла саҡырып китте. Ә Артурҙың үҙ хәле хәл. Ни эшләргә? Әллә урынына кире һалып китергәме? Янсығын юғалтҡан инәйҙең урамда эҙләнеп йөрөүен күҙ алдына килтергәс, тағы ла ҡыйыныраҡ булып китте.
Намыҫы тынғы бирмәне малайға. Мәктәптән ҡайтҡанда ла, шул юҡ юлдан барып әйбер хужаһын осратмаммы, тип өмөтләнде, тик барыһы ла бушҡа ғына.
...Көтмәгәндә тап итте Артур ул инәйҙе. Бер көн мәктәптән ҡайтып инһә, өйҙә әсәһе менән сәй эсеп ултыралар ине. «Мин икәнде күргән, ни эшләргә?!» – тип кире сығып һыҙырға ла теләгәйне, әсәһе ҡаршыһына сығып өлгөрҙө:
– Бына Артур ҙа уҡыуынан ҡайтты. Өҫтөңдө алмаштыр ҙа, ашарға ин, – тип кире аш бүлмәһенә инеп китте.
Әсәһенең яғымлы тауышына малай тәүҙә аптырап ҡалды. Шөрләп кенә инһә, инәй бер ни булмағандай, сәй эсеп ултыра. Баҡтиһәң, ул өләсәһенең бала саҡ әхирәте булып сыҡҡан. Ә өләсәһе ҡунаҡҡа киткән мәл ине.
– Ҡыҙым, ҡайһылай перәниктәрең тәмле. Мин дә алыр инем, пенсиям килгәнен көтөргә тура килер инде. Янсығымды аҡсам менән ҡайҙалыр төшөрөп ҡалдырғанмын, ахыры.
– Бәлки, өйөңдәлер. Ҡайҙа һалғаныңды онотҡанһыңдыр, – тине әсәһе.
– Ю-у-уҡ, эҙләп ҡараным, тапманым.
Артурҙың ашау ҡайғыһы китте. Бер сынаяҡ сәй эсте лә бүлмәһенә һыпыртты.
«Ни эшләргә? Хәҙер сығарып бирһәм, әсәй, урлағанһың, тип әрләр инде…» – тип ни ҡылырға белмәй аптыранды.
Күпмелер ваҡыттан инәй ҡайтырға йыйынды.
– Өләсәй, көтөп тороғоҙ, – тип Артур йүгереп бүлмәһенән килеп сыҡты ла уға янсыҡты һуҙҙы. Бер минутҡа әсәһе лә, инәй ҙә телһеҙ ҡалды.
– Был ни, улым?
Шул саҡ малай нисек янсыҡ уның ҡулына килеп эләккәнен, аҙаҡ инәйҙе эҙләп йөрөгәнен түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙе. Ә ҡунаҡ хәлдең айышына төшөнгәс, йылмайып ҡына ҡуйҙы.
– Рәхмәт, улым, шулай изгелекле булып үҫ, – тине инәй, малайҙың арҡаһынан ҡағып.
«Бынан һуң, бер кемдең дә әйберенә һорауһыҙ ҡағылмаясаҡмын», – тип үҙ-үҙенә һүҙ бирҙе Артур.
Лилиә ҠАҺАРМАНОВА.