-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
18 Сентябрь 2021, 12:10

Йылмайыу

Хикәйә

Йылмайыу
Йылмайыу

Көтмәгәндә ҡапыл ямғыр яуа башланы. Кешеләр яҡындағы магазинға, йә булма­һа бина ҡыйығы аҫтына йәшенеп бөттө. Бик ҡабаланғандары ғына, ҡулсатырҙарын асып, юлдарында булды. Тик Юлиәгә генә барыбер тойолдо. Ям­ғыр­ҙан ҡасырға ышыҡ та эҙләмәне, ашыҡмай ғына атлай бирҙе. «Һыу­ландым ни, һыу­ланманым ни, барыбер бер кемгә лә кәрәгем юҡ», – тип уйланы ул.
«Эй, Юлиә, юҡҡа ҡайғыраһың», – тигәндәй булды ямғыр тамсылары.
Тик ҡыҙ бер нәмәгә лә иғтибар итмәне, уның уйында синыфташтары әйткән һүҙҙәр, аңламаған әхирәте, мәңге өйҙә тормаған ата-әсәһе һәм башҡа нәмәләр урала ине. «Ә был ҡыҙҙың башҡалар алдында ни ғәйебе бар һуң?» – тип һорарһығыҙ һеҙ. Бәлки, барҙыр, ә, бәлки, юҡтыр. Тик эш унда түгел.
Юлиәнең былай күңелһеҙләнеүенә яуапһыҙ һөйөүе лә ғәйепле төҫлө. Сөнки мөхәббәт уға бер ҡасан да бәхет килтермәне. Хәҙер кемде ғәйепләйһең, шулай яҙғандыр. Тик артабан нимә эшләргә, буш фатирға ҡайтып, тағы үҙеңде йәлләргәме әллә ғәмһеҙ килеш урам ҡыҙырырғамы?
Бүтән сара юҡлығына ышанғас, Юлиә яйлап ҡына ҡайтыу яғына ыңғайланы. Яҡындағы туҡталышта автобус көтөргә булды. Шул саҡ эргәләге афишала таныш исемдәр күреп ҡалды. Уның яратҡан музыкаль төркөмө килгән бит. Сығыштарын яҡындан ҡарарға күпме хыялланды Юлиә. Концерт бөгөн түгелме һуң? Нисек бығаса белмәй йөрөгән? Моғайын, ошо арала булған күңелһеҙ хәлдәр арҡаһында иғтибарына салынмағандыр. Юлиә үҙе лә һиҙмәҫтән йылмайып ебәрҙе, күңелгә йылы, рәхәт тулҡындар килеп бәрелгәндәй тойолдо. Тик билеттар күптән һатылғандыр инде, йәл.
– Сәләм, һылыу, һеҙ ҙә ошо төркөм фанатымы?
Юлиә аптыраулы ҡарашын тауыш килгән яҡҡа төбәгәйне, унда үҙе йәшендәге оҙон буйлы бер егет йылмайып ҡарап тора ине. Ҡыҙыҡай уны танып ҡалды, күрше мәктәптә уҡый бит.
– Эйе, әллә уйҙарымды ҡысҡырып әйттемме?
– Юҡсы, быны һеҙҙең йылмайыуығыҙҙа уҡыным. Таныш булайыҡ, мин – Самат.
– Бик ҡыҙыҡ. Тик был концертҡа билет алып өлгөрмәнем шул…
– Шулаймы ни, ә мин һеҙҙе саҡырам. Дуҫым менән барырға килешкәйнек, тик ул килә алманы.
Был һүҙҙәрҙе көтмәгән ҡыҙ аптырап ҡалды.
– Ярай, – тине ул бер аҙҙан, – ә мин – Юлиә.
– Бик шатмын. Әйҙә, тиҙерәк инәйек, юғиһә, һуңға ҡалыуыбыҙ ихтимал.
Улар шулай һөйләшә-көлөшә мәҙәниәт йортона инеп китте…
Бына шулай, дуҫтар. Бер йылмайыу ике кеше яҙмышын хәл итте. Әгәр шул саҡ Юлиә белдереүҙе күрмәһә, Самат уның янына туҡтамаһа, бөтөнләй башҡаса булыр ине.
Шуға күрә ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, йылмайырға онотмағыҙ. Кемдер һеҙҙең тап йылмайыуығыҙға ғашиҡ булыуы бар бит.

Нурзилә УСМАНОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: