+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Илһам
26 Сентября 2021, 05:20

Эт менән алыш

Хикәйә

Эт  менән алышЭт  менән алыш
Эт менән алыш

– Уҡыусылар, бөгөн төштән һуң мәктәп баҡсаһында эшләйбеҙ. Бөтәгеҙ ҙә биҙрәләр тотоп әйтелгән ваҡытҡа килеп етегеҙ, – тине синыф етәкселәре алтынсыларға.
Уҡыусылар өйгә ҡайтып, йорт эштәрендә бер аҙ ярҙамлашып өлгөрөүгә мәктәпкә барырға ла ваҡыт етте. Гөлзәмиә ҡапҡанан сығыуға ике яҡ күршеһе Айҙар менән Азамат та күренде. Улар һөйләшә-һөйләшә мәктәп яғына ҡарай юл тотто. Оло урамды үтеп, тыҡрыҡҡа боролғас, үҙҙәренә ҡаршы ҙур аҡ эт килеүен күреп ҡалдылар. Бәләкәй сағынан уҡ уларҙан ҡурҡ­ҡан Гөлзәмиә егеттәр артына ышыҡланды. Ҡыҙҙың ҡото осоуон һиҙгән Айҙар: «Эттән ҡурҡҡан юҡ, хәҙер мин уны ҡыуып ебәрәм», – тип биҙрәһе менән һелтәнә-һелтәнә алға йүгерҙе. Ләкин эт тә бирешергә уйламаны, тештәрен ыржайтып, малайға ҡаршы һөжүмгә әҙерләнде. Айҙар­ҙың биҙрәһен яҙа һелтәүенән фай­ҙаланып, тегенең салбар балағынан эләктереп тә алды. Бөтә хәл күҙ асып йомған арала булды. Арттараҡ ҡалған Азамат дуҫына ярҙамға йүгерҙе. Ләкин эт унан да ҡурҡып торманы, ырылдап, ике малай­ҙы ҡойма яғына мөйөшкә ҡыҫырыҡлай башланы.
Ике ут араһында ҡалған Гөлзәмиә нимә эшләргә лә белмәне. Дуҫтарына ярҙамға барырға кәрәклеген аңлаһа ла, эт алдында ҡаушап, баҙап ҡалды. Шулай ҙа дуҫтарын ҡотҡарырға кәрәк. Ул ҡурҡыуын еңеп, тегеләргә ярҙамға ташланды. Малайҙарға бар иғтибарын йүнәлткән эт артында килгән ҡыҙҙы аңғармайыраҡ ҡалды. Гөлзәмиә үҙенең ҙур биҙрәһен тегенең башына төбәп ырғытты. Бәхеткә күрә, ул тура ғына барып төшөп, яуыздың башына ҡапланды. Бынан аптырап ҡалған «дошман» бер урында әйләнеп, башын һелккеләргә тотондо. Үҙҙәренә йән ингән малайҙар ҙа кемеһе биҙрәһе, кемеһе таяҡ менән ҡоралланып, маъмайҙы дөмбәҫләргә тотондо. Көтөлмәгән һөжүмдән ҡурҡып, эт артҡа сигенде лә күҙенә аҡ-ҡара күрмәй, ҡасып китте.
Айҙар менән Азамат ҡаушапмы, оялыпмы, бер һүҙ ҙә әйтә алмай торҙо ла һүҙһеҙ генә мәктәпкә ҡарай атланы. Күңеленән һәр береһе Гөлзәмиәгә рәхмәт уҡый ине, буғай.

Гүзәлиә САДИҠОВА, VII синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Өмөтбай мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас