

Хәҙер генә ул филдең томшоғо бар. Ә борон-борон заманда бәлеште хәтерләткән, ус аяһындай ғына ҡара танау йөрөткән. Унан әллә ни файҙа булмаған. Бындай танау менән ерҙән нимә лә булһа күтәрә лә алмаған. Ана шул заманда йәшәгән, ти, бер Фил балаһы. Үҙе самаһыҙ ҡыҙыҡһыныусан икән, юҡ-бар нәмә тураһында һорашып, бөтәһен дә йөҙәтеп бөткән. Африкала көн иткәс, унда йәшәгәндәрҙең барыһын да һорауҙары менән йонсотҡан.
Ул үҙенең оҙон муйынлы Дөйәғош апаһын да ялҡытҡан: «Ни өсөн ҡойроғоңда ҡаурыйҙар былай үҫкән? Икенсе төрлө үҫһәләр булмаймы ни?» Дөйәғош апаһы ауыр тәпәйе менән тегегә ныҡ ҡына эләктереп алған.
Оҙон аяҡлы Жираф ағаһына ла барған: «Ни өсөн тиреңдә таптар бар?» Ул да тегегә тояғы менән ҡаты ғына бәргән.
Ләкин ҡыҙыҡһыныусанлығынан Филде берәү ҙә тыя алмаған.
Һимеҙ Бегемот апаһынан да: «Ни өсөн күҙең ҡып-ҡыҙыл?» – тип һораған. Бының өсөн теге лә уға йыуан аяғы менән типкән.
Барыбер Фил төпсөнөүҙән туҡтамаған.
Нимә генә күрмәһен, нимә генә ишетмәһен, нимәне генә еҫкәмәһен, нимәгә генә тотонмаһын – бөтәһе тураһында ла һорарға ашыҡҡан һәм шунда уҡ ағалары-апаларынан туҡмаҡ та алған. Әммә ҡыҙыҡһыныуы һүрелмәгән.
Бына матур бер иртәлә ныҡыш һәм төпсөр Фил балаһы бер кем дә һорамаған нәмә тураһында белгеһе килгән:
– Крокодил төшкөлөккә нимә ашай? – тип һораған ул.
Бөтәһе лә: «Тс-с-с, өндәшмә!» – ти ҙә йәнә быны төпәләргә керешә. Оҙаҡ бәргесләйҙәр үҙен. Тегеләр туҡмауҙан туҡтағас, кескәй Фил күргән ағасы яғына йүгерә, Коло-коло тигән ҡоштан һорай:
– Атайымдан туҡмалдым, әсәйемдән кәрәкте алдым. Күп һорашҡаным өсөн ағай-апайҙарым да дөмбәҫләне. Ә минең барыбер Крокодилдың төшкөлөккә нимә ашағанын белгем килә, – тигән.
Коло-коло ҡошо ҡысҡырып илап ебәрә, шунан һағышлы тауыш менән:
– Һиңә Лимпопо тигән йылғаға барырға кәрәк. Ул – йәшел төҫкә ингән бысраҡ йылға. Үҙен ағыулы ағастар уратҡан. Улар биҙгәк менән ауырыта. Шунда барһаң, бөтәһен дә белерһең, – ти.
Иртәгеһен, көн менән төн тиңләшкән бер мәлдә, Фил балаһы йөҙ фунт банан, йәнә йөҙ фунт шәкәр ҡамышы һәм шығырлап торған ун ете йәшел ҡауынды арҡаһына аҫа ла, туғандарына хәйерле тормош теләп, юлға сыға.
– Һау булығыҙ, мин Лимпопо йылғаһына киттем. Ул – йәшел төҫкә ингән бысраҡ йылға. Үҙен ағыулы ағастар уратҡан. Ана шунда барғас, Крокодилдың төшкөлөккә нимә ашағанын белермен.
Үҙе өсөн борсолмауҙарын һораһа ла, был туғандарына уны туҡмарға сәбәп кенә була, тегеләр йәнә Филде биргесләй башлай. Теге өйрәнгәс, кейеме шаҡтай таушалһа ла, бик иҫе китмәгән.
Юл буйы ҡауын ашаған, ә ҡабығын ташлай барған. Сөнки уны һалып барырлыҡ бер нәмәһе лә булмаған.
Грэм ҡалаһынан – Кемберлейға, Кемберлейҙан – Хам еренә, Хамдан – көнсығышҡа, шунан төньяҡҡа юл ала. Юл буйы ҡауын менән туҡланып, Коло-коло ҡошо әйткән, бурһып, йәшел төҫкә ингән, ағыулы ағастар уратҡан Лимпопо йылғаһына барып еткән.
Ә һиңә шуны ла белергә кәрәк, кескәй уҡыусым: ҡыҙыҡһыныусан Фил балаһы ошо көнгә, ошо сәғәткә, ошо секундҡа тиклем Крокодилды күргәне лә булмаған, уның тураһында бер нәмә лә белмәгән. Шуға ла ҡыҙыҡһыныуының ни тиклем көслө икәнлеген аңлайһыңдыр!
Тәү күргән йән эйәһе ташты уратып ятҡан Ике төҫлө Питон, Ҡая Йыланы, булып сыға.
– Зинһар, ғәфү итегеҙ, – тип бик мөләйем өндәшкән. – Яҡын тирәлә Крокодил күренмәнеме? Бында аҙашырға ла мөмкин.
– Крокодил күренмәнеме? Тапҡан нимә тураһында һорашырға! – тип һуҡранған Йылан.
– Зинһар, ғәфү итегеҙ, – тигән йәнә бәләкәс Фил. – Крокодил төшкөһөн нимә ашағанын әйтмәҫһегеҙме икән?
Инде Питон түҙмәгән, әйләнгән дә Филгә ҡойроҡ осо менән берҙе тондорған. Ә уның ҡойроғо хәс тә тешле сылбыр кеүек, етмәһә, тәңкәләр менән ҡапланған, ти.
– Бына ғәжәп! – тигән бәләкәс Фил. – Мине атайым ғына туҡмағаны етмәгән, әсәйем кәрәкте бирҙе, ағайым эләктерҙе, апайым һуҡты, унан икенсе ағайым Павиан буш ҡалманы, икенсе апайым Бегемот та тондорҙо. Бөтәһе лә артыҡ күп һорашҡаным өсөн туҡмаҡ эләктерҙе. Бында ла шул уҡ хәл ҡабатлана.
Ул ипле генә итеп Йылан менән хушлаша, уға ҡабат ҡаяға уралып ятырға ярҙам итә. Шунан үҙ юлы менән китә. Питон шаҡтай ғына бәргесләһә лә, бик аптырамай. Ҡабат ҡауын ашауын белә, ҡабығын йәнә ергә ташлап бара. Ҡабатлап әйтәм, ҡабыҡты нимәгә йыйып һалһын – бер нимәһе лә булмаған бит. Оҙаҡламай ул Лимпопо йылғаһына барып етә, ағастар менән ҡапланған яр буйында бер бүрәнәгә юлыға.
Ысынбарлыҡта был бөтөнләй бүрәнә түгел, ә Крокодил була һәм ул бәләкәс Филгә күҙ ҡыҫа.
– Ғәфү итегеҙ, – ти уға Фил балаһы ипле генә. – Һеҙгә ошо тирәлә Крокодил менән осрашырға тура килмәнеме?
Ә теге икенсе күҙен ҡыҫып ала, һыуҙан яртылаш ҡойроғон сығара. Фил артҡараҡ сигенә, сөнки уға яңы туҡмаҡ кәрәкмәй.
– Бында яҡыныраҡ кил, бәләкәс, – ти Крокодил. – Ә ул һиңә нимәгә кәрәк?
– Зинһар, ғәфү итегеҙ, – ти Фил балаһы итәғәтле генә. – Мин атайымдан туҡмалдым, әсәйемдән кәрәкте алдым, Дөйәғош апайым да, оҙон аяҡлы Жираф ағайым да туҡмаҡ эләктерҙе. Икенсе апайым – йыуан Бегемоттан да туҡмалдым. Икенсе ағайым – ялбыр Павиан да һуҡты. Ике төҫлө Питон, Ҡая Йыланы, әле яңыраҡ ҡына ныҡ итеп төпәләне. Бөтә тәнем ауырта. Һеҙҙе асыуландырыр өсөн әйтмәйем, минең тағы ла туҡмалғым килмәй.
– Бында яҡыныраҡ кил, бәләкәс, – тигән теге йәнә. – Мин булам Крокодил.
Әйткәнен раҫлар өсөн уң күҙенән эре йәштәрен сығара.
Ҡыуанысынан ни эшләргә белмәгән Фил балаһы тубыҡланып төшә һәм ҡысҡырып ебәрә:
– Тәңрегә шөкөр! Һеҙ миңә кәрәк инегеҙ! Бына бит нисәмә көн һеҙҙе эҙләнем! Йәһәтерәк әйтегеҙ инде: төшкөлөккә нимә ашайһығыҙ?
– Яҡыныраҡ кил, бәләкәс, уны һинең ҡолағыңа ғына әйтәм.
Фил балаһы ҡолағын үткер тешле Крокодилдың ауыҙына яҡын килтерә һәм шунда уҡ теге бының ошо аҙнаға, ошо көнгә, ошо сәғәткә, ошо минутҡа тиклем туфлиҙан да ҙур булмаған бәләкәс танауын эләктереп тә ала.
– Ошо көндән алып, – тип теш араһынан ыҫылдай Крокодил, – мин йәш филдәрҙе генә ашаясаҡмын.
Был һүҙҙәр Филгә оҡшамай. Ул танау эсенән ҡысҡыра:
– Ышҡыдыр биде, тадауым дыҡ ауырта! («Ысҡындыр мине, танауым ныҡ ауырта!» тигәнде аңлата уның был һүҙҙәре.)
Шул мәлдә Питон ҡаянан ҡысҡыра:
– Эй, бәләкәс дуҫым, хәҙер үк бөтә көсөң менән артҡа тартылмаһаң, «Бисмилла», – тип тә әйтеп өлгөрмәйенсә, ошо тире тоҡтоң (ул Крокодилға шулай тип өндәшә) эсенә барып эләгәсәкһең…
Ике төҫлө Питон һәр саҡ ғилми телдә генә һөйләшә. Фил балаһы уны тыңлап, артҡы аяҡтарына ултыра ла артҡа тартылырға керешә.
Тырышып-тырмашып тартыла торғас, тегенең танауы һуҙыла башлай. Ә Крокодил быны һыу эсенә һөйрәй, ишкәк һымаҡ ҡойроғо менән һыуға һуғып, уны болғата, үҙе һаман артҡа сигеүен белә.
Филдең танауы һуҙыла бара, һуҙыла бара. Ул инде үҙенең бәләкәй генә дүрт аяғын терәп, артҡа этенә. Тартылған һайын танауы ла һуҙыла, ти. Крокодил да бирешмәй, ҡойроғо менән һуға-һуға, һыуға һөйрәй. Ул ни тиклем нығыраҡ тартһа, Филдең танауы ла шул тиклем оҙоная. Эх, ошо саҡта танауының нисек ауыртҡанын белһәгеҙ икән?!
Инде Филдең аяҡтары ерҙән шыуып китә, үҙе биш футҡа һуҙылған танауы аша һөрәнләй:
– Будды! Будды! Бидә ҡағылбағыд! («Булды! Булды! Миңә ҡағылмағыҙ!» тигән һүҙе инде быныһы).
Шуны ишеткән Йылан ҡаянан аҫҡа ташлана, Фил балаһының аяҡтарына уралып, тантаналы тауыш менән былай ти:
– Эй, аңра, тәжрибәһеҙ юлсы! Беҙ хәлдән килгәнсә көсәнергә тейешбеҙ, сөнки, минең уйымса, был тере броненосец, көпләнгән ҡумта (ул Крокодил хаҡында шулай ти), һинең киләсәкке эшмәкәрлегеңде һәләк итергә йыйына.
Фил менән Ике төҫлө Питон берләшкәс, улар көслөрәк булып сыға, Крокодил Филдең танауын ысҡындырып ебәрә, үҙе артҡа табан оса һәм, бөтөн Лимпопоны яңғыратып, шап итеп һыуға барып төшә.
Фил дүрт аяғына баҫа ла ҡапыл ғына ултыра төшә. Ныҡ ҡына ауыртынһа ла, Йыланға рәхмәт әйтергә өлгөрә. Гәрсә, быныһы бик кәрәкмәһә лә, сөнки танау һыҙлай, саҡ ҡына булһа ла баҫылһын өсөн, һуҙылған томшоҡто еүеш банан япрағына урап, бысраҡ Лимпопоның һыуыҡ, болғансыҡ йәшел һыуына йәһәтерәк тығырға ашыға.
– Ә ниңә улай итәһең? – тип һорай Ике төҫлө Питон.
– Ғәфү итегеҙ, – ти Фил. – Бәлки, танауым элекке хәленә ҡайтыр, ҡыҫҡарыр, тип өмөтләнәм.
– Улайһа, оҙаҡ көтөргә тура киләсәк, – ти Ике төҫлө Питон. – Иң ғәжәбе шул: ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренә нимә файҙалы икәнен саҡ ҡына ла аңламайҙар!
Фил балаһы томшоғоноң кире урынына ҡайтырын көтөп, өс көн, өс төн буйы танауын йылғаға тыҡҡан килеш тора. Ләкин ул элекке хәленә ҡайтмай. Етмәһә, ошолай баҫып тороу арҡаһында Филдең күҙҙәре ҡылыйланып ҡала.
Бәләкәс дуҫым, һин Крокодил Филдең танауын әлеге оҙонлоҡҡа һуҙғанын аңлағанһыңдыр, йәғни бөгөн бөтә Филдәр ҙә шундай томшоҡ йөрөтә.
Өсөнсө көн киткәндә ниндәйҙер бер себен килеп, Филдең яурынын тешләй. Ул томшоғон күтәреп, себенгә һелтәгәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Һәм тегене үлтерә һуға.
– Бына һиңә – иң тәүге файҙа, – тигән Ике төҫлө Питон. – Хәҙер уйлап ҡара инде, элекке төймә танауың менән шулай эшләй алыр инеңме? Туҡта-туҡта, ә һин асыҡманыңмы әле?
Фил томшоғо менән ергә үрелә, бер услам үләнде йолҡоп алып, тупрағын алғы аяҡтарына һуғып ҡаға ла ауыҙына тыға.
– Бына һиңә – икенсе файҙа, – ти Ике төҫлө Питон. – Элекке танауың менән ошолай эшләй алыр инеңме? Уй, һиҙәһеңме, ҡояш ныҡ ҡыҙҙыра башланы?
– Эйе, ҡыҙҙыра шул, – тигән дә Фил ағыулы ағастар уратҡан, бурһып, йәшел төҫкә ингән бысраҡ Лимпопо йылғаһынан томшоғо менән һыу һурып алып, башына бөрккәнен һиҙмәй ҙә ҡала.
– Бына һиңә – өсөнсө файҙа, – тигән Ике төҫлө Питон. – Элекке төймә танауың менән ошолай эшләй алыр инеңме? Шуны ла һорайым әле: хәҙер үҙеңдең туҡмаҡ алыуыңа нисек ҡарайһың?
– Зинһар, ғәфү итегеҙ, – тигән Фил балаһы. – Мин барыбер туҡмаҡ алырға яратмайым.
– Ә үҙеңдең берәйһен бәргесләп алғың килмәйме?
– Теләк бар! – тигән кескәй Фил.
– Томшоғоңдоң көсөн белмәйһең әле! – тигән Ике төҫлө Питон. – Ул ябай ғына танау түгел, ә хазина.
– Рәхмәт һеҙгә! – тигән Фил. – Әйткәнегеҙҙе иҫтә тотормон. Ә хәҙер миңә өйгә, туғандарым янына ҡайтырға ваҡыт. Томшоҡто уларҙа тикшереп ҡарармын.
Шулай итеп, Фил Африка буйлап томшоғон болғай-болғай, уйнай-уйнай ҡайтып китә. Емеш ашағыһы килһә, өҙөлөп төшкәнен көтмәй, ағастан ала ла ашай.
Үлән кәрәкһә, элекке һымаҡ тубыҡланып та тормай, шунда уҡ йолҡоп ала ла ауыҙына тыға.
Себен-маҙар ялҡыта башлаһа, томшоғо менән ағас ботағын өҙөп, һелккесләргә керешә. Ҡояш ныҡ ҡыҙҙырған саҡта томшоғо менән һыу алып өҫтөнә бөркә. Африкала эшһеҙ һәптәңләүе күңелһеҙ була башлаһа, томшоғо ярҙамында йыр һуҙа, унан сыҡҡан тауыш йөҙләгән еҙ торбанан да сағыуыраҡ яңғырай.
Фил балаһы өйөнә ҡайтыр юлдан ҡайырылып, Бегемот апаһы торған яҡҡа борола, сөнки уға Ике төҫлө Питон әйткәндәр дөрөҫмө-түгелме, йәғни томшоғоноң көсө бармы-юҡмы икәнен тикшереп ҡарарға кәрәк бит. Бегемотты түпәләгәндән һуң, юлын артабан дауам итә. Лимпопоға барған саҡта ташлап барған ҡауын тыштарын йыйып ала, сөнки Фил – Африкала таҙалыҡты ныҡ яратҡан хайуан.
Үҙенең һөйөклө туғандары янына ҡайтып еткәндә ҡараңғы төшкән була. Ул томшоғон тәгәрмәс һымаҡ урай ҙа:
– Һаумыһығыҙ! Ни хәлдәһегеҙ? – тип һорай.
Туғандары бәләкәс Филде күргәндәренә ныҡ ҡыуаналар һәм бер тауыштан:
– Яҡыныраҡ кил әле бында, ҡыҙыҡһыныуыңдың самаһы юҡ, бер-икене эләктермәй булмаҫ, – тиҙәр.
– Эй, һеҙ! – тигән Фил. – Туҡмаҡ тигән нәмәлә күпте беләбеҙ, тиһегеҙме! Уның нимә икәнен мин генә яҡшы аңлайым. Теләһәгеҙ, күрһәтеп тә бирәм.
Ул томшоғон яҙып ебәреүе була, ике ағаһы ике яҡҡа осоп та китә.
– Банандар менән ант итәбеҙ! – тип ҡысҡыра туғандары. – Ҡайҙан былай оҫтарып ҡайттың? Ә томшоғоңа нимә булған?
– Был – минең яңы томшоғом. Уны миңә бурһып, йәшел төҫкә ингән бысраҡ Лимпопо йылғаһында йәшәгән Крокодил бирҙе, – тигән кескәй Фил. – Мин төшкөлөккә нимә ашауы тураһында һөйләштем, ә ул иҫтәлеккә яңы томшоҡ бүләк итте.
– Томшоғоң матур түгел, – тигән ялбыр йөнлө Павиан ағаһы.
– Бәлки, шулайҙыр, – тигән Фил. – Уның ҡарауы, файҙаһы күберәк.
Һәм ул йөнлө Павиандың аяғынан эләктереп алған да, һелкеп-һелкеп тороп, һағыҙаҡ ояһына ырғытҡан.
Шул тиклем ҡыҙып киткән Фил бөтә һөйөклө туғандарын туҡмап ташлаған. Тегеләрҙең күҙҙәре аҡайған. Ҡолға Дөйәғош апаһының ҡойроғонан барлыҡ ҡаурыйын йолҡоп сығара яҙған. Оҙон Жираф ағаһының аяғынан эләктереп, сәнскеле ҡыуаҡтарға быраҡтырған. Төшкө аштан һуң һыуҙа йоҡлап киткән Бегемот апаһының ҡолағына сөрөлдәтеп ҡыуыҡтар өрөргә тотонған. Ләкин берәүгә лә Коло-коло ҡошсоғон рәнйетергә бирмәгән.
Эш шуға барып еткән: туғандарының барыһы ла, иртәме-һуңмы, ағастар менән уратылған, кешеләргә биҙгәк йоҡтороусы, бурһып, йәшел төҫкә ингән бысраҡ Лимпопо йылғаһына юлланған. Ни өсөн, тиһегеҙме? Уларға ла Крокодил Филдекенә оҡшаш томшоҡ бүләк итһен өсөн.
Йөрөп ҡайтҡандан һуң туғандар бүтәнсә һуғышмаған. Шул көндән башлап, ҡәҙерле уҡыусы, һин күргән һәм күрмәгән Филдәр барыһы ла ошо ҡыҙыҡһыныусан Филдеке ише томшоҡ йөрөтә.
Редьярд КИПЛИНГ.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА тәржемәһе.