

Япраҡ ҡойола ергә.
Ниндәй миҙгел еткән тиһәм,
Алтын көҙ икән беҙҙә.
Урман кейгән сыбар күлдәк,
Тирә-яҡ тынып ҡалған.
Һары, ҡыҙыл, һоро төҫкә
Донъябыҙ, гүйә, сумған.
Ҡоштар китә йылы яҡҡа,
Ҡыр-ялан бушап ҡала.
Айыу, бурһыҡтар ҙа яйлап
Әҙерләнәләр ҡышҡа.
Тамерлан ЗАРИПОВ,
II «Б» синыфы уҡыусыһы.
Туймазы районы,
Серафимовка ауылы.