+12 °С
Облачно
VKOKTelegram
Илһам
8 Октября 2021, 04:45

Бөкрө

Әкиәт

Бик борон заманда мөғжизәләй бер мөхиттә батша йәшәгән, ти. Оҙаҡ йылдар хакимлыҡ иткәндән һуң ул үҙенең вариҫы хаҡында уйлана башлаған. Ошо ниәтен батшабикәгә лә әйтеп, бергәләп фәрештәләргә мөрәжәғәт итәләр.
Берҙән-бер көндө асман юлаусылары уларға бәпәйҙәр менән сәңгелдәк килтерә. Батша менән батшабикә унда ятҡан өс малайҙы күреп, хайран ҡала. Уларға аталарынан күскән һәләттәренә ҡулай исем дә ҡушалар. Береһенә Ел исеме бирәләр, сөнки ул ел көсөн алған була. Һыу менән идара итә алғанын Һыу тип атайҙар. Ә башҡаларынан айырылып тор­ған өсөнсөһөнә, арҡаһындағы көмрөһөнә ҡарап, Бөкрө тигән исем бирәләр. Быныһы ҙур, килбәтһеҙ булып үҫеп китә, урындыҡ-карауаттарҙы вата. Уның тиңдәш­тәре көмрө әзмәүерҙән йыра­ғыраҡ йөрөргә тырыша. Ә Бөкрө үҙенең был булмышын бик ауыр кисерә. Төндәрен тәҙрә аша бойоҡ ҡараштары менән йондоҙҙар араһында йөҙгән фәрештәләргә ҡарап:
– Ниңә мин шундай булып тыуғанмын икән? – тип өндәшер булған.
Йылдар үтә. Малайҙар буй еткерә. Үҫеп етеп, Ел менән Һыу кәләш ала. Тик Бөкрө генә өйләнә алмай, сөнки бөтә ҡыҙҙар ҙа уның арҡаһында сурайып сығып торған көмрөһөнән ҡурҡа. Тик әсәһе генә гел уны йыуатырға тырыша:
– Һис тә борсолма, улым, көнө еткәс, һин дә үҙеңдең йәреңде табырһың, әлегә ваҡыты етмәгәндер.
Күп тә үтмәй, батша ауырып, мәрхүм була. Уны ерләгәндән һуң, тәхеттә урынын кем биләр, тигән һорау тыуа.
– Мин батша булам, – тип белдерә Ел .
– Юҡ, мин, – ти Һыу.
Шулай итеп, туғандар бер-береһе менән килешә алмайынса, дошманлашыуға барып етә. Ел үҙенең туғанына дауыл ебәрә, ҡоторған ел ағастарҙы тамыры менән аҡтарып ташлай, өйҙәрҙе емерә.
– Етте һеҙгә, туғандар. Һеҙҙең талаштар арҡаһында халыҡ яфалана, – ти Бөкрө ағайҙарына. Үҙе кешеләрҙең емерелгән өйҙәрен йүнәтә, йығылған ағастарҙы йыйыштыра.
Әммә туғандар уның һүҙенә ҡолаҡ та һалмай. Инде хәҙер Һыу көслө ямғыр яуҙырып, урамдарҙы һыу баҫа.
– Етте һеҙгә, туғандар. Һеҙҙең ҡанһыҙлығығыҙ ар­ҡаһында бер ғәйепһеҙ кешеләр ыҙа сигә, – ти Бөкрө, һыу аҫтында ҡалған кешеләргә өйөндә урын биреп. Ләкин тәкәбберлектән күҙҙәре томаланған ағалары уның һүҙҙәрен йәнә ишетмәмеш була. Ҡайғынан әсәләре ауырып йығылғас, бер аҡыл эйәһе былай ти:
– Һеҙ ҡайһығыҙ һәйбәт хаким булырын үҙегеҙ хәл итә алмағас, халыҡтан һорағыҙ. Уларҙың кемегеҙҙе батша итеп күргеһе килә?
Үҙ-ара талаш-тартыштың бер ҙә яҡшыға килтермәгәнен күреп, туғандар халыҡҡа мөрәжәғәт итеүгә риза була. Халыҡ йыйылышында былай тиҙәр:
– Һиңә, Ел, атайыңдан ел көсө бирелгән, ә һиңә, Һыу, һыу ҡөҙрәте насип булған, ә һи­ңә, Бөкрө, уның оло йөрә­ге мираҫ булып ҡалған.
Шулай итеп, халыҡ Бөкрөнө батша итеп һайлаған. Ел менән Һыу, үҙҙәренең хатаһын аңлап, һайлау менән риза була. Ләкин Бөкрө батша булырға ризалашмай. Ул ағайҙарына дәүләтте икәүләп бергә етәкләргә һәм бер-береһе менән татыу булыр­ға өгөтләй. Оҙаҡламай әсәләре лә һауыға һәм улының яҙмышында ниндәй­ҙер уңышлы мөғжизә көҫәп, уны алыҫ сәйәхәткә оҙата.
* * *
Үҙен борсоған уйҙарына яуап эҙләп, Бөкрө бик оҙаҡ йөрөй, әммә бер файҙаһыҙға. Йылдар үтә тора, ә уның көмрөһө һаман ҙурая бара һәм ҡысытып тора.
Берҙән-бер көндө Бөкрө шундай хәбәр ишетә: имеш, Раузалар илендә аждаһа батша ҡыҙын урлаған һәм уны алыҫ утрауҙа тотҡонлоҡта тота икән. Ни эшләһен, бындай осраҡта батшаға ярҙам итмәй булдыра алмай һәм шул көндө үк батша һарайына юллана.
Унда ҡайғыһынан ҡара янған батша аждаһаны еңгән кешегә ҡыҙын кейәүгә бирергә вәғәҙә итә. Бик күп ҡыйыуҙар йыйыла. Батша ҡыҙын тот­ҡонлоҡтан ҡотҡарып алып ҡайтыу өмөтө менән улар барыһы ла юлға сыға. Юл ыңғайы үҙ-ара һөйләшеп, көс һынашып баралар. Һәр береһе үҙ көсөнә ышана, әммә Бөкрө барыһынан да көслөрәк булып сыға. Шул саҡта ул бер батыр менән яҡындан таныша.
Аждаһа батша ҡыҙын бер утрауҙағы мәмерйәлә йәшергән була. Карап юлсыларҙы шул урынға алып барып еткерә. Утрау ян-яҡтан ҡурҡыныс ҡарур­ман менән уратып алын­ған икән. Алдан килешелгәнсә, мәмерйәгә табан юлды уҙамандар һәр береһе үҙе һайлай. Кем беренсе булып әлеге ҡарур­манды аша сыға, шул аждаһа менән көрәшкә ташланасаҡ.
Бөкрө үҙенең юлын һайлағас, теге батыр:
– Дөрөҫөн әйткәндә, мин батшаның башына төшкән ҡай­ғыһына битараф ҡала алманым. Миңә аҡса ла, батша ҡыҙы үҙе лә кәрәкмәй, ә бына һиңә ышаныслы дуҫтарса ярҙам артыҡ булмаҫ, – тип ихластан белдерә.
Ҡарурман аша икәүләп китәләр. Иң башта уларға бүреләр көтөүе ташлана. Бөкрө уларҙы бер-бер артлы ырғытып, еңеп тә ҡуя. Ә юлдашы ситтә генә ҡалтырап ҡарап тора. Улар артабан китә. Алдарында арыҫлан хасил була. Йыртҡыс бик уҫал үкереп, Бөкрөгә ырғый, шул ваҡытта ул ҡылыс менән ҡаршы тора, батырҙарса алыша. Ә теге танышы йәнә лә ҡалтырап, ситтән генә күҙәтә. Ниһайәт, улар әлеге мәмерйәгә яҡынлаша, ә уның тирәләй ауыҙынан ут бөркөп, аждаһа һағалап йөрөй. Ҡыйыу егет үҙенең ҡылысын ялтлатып алға ташлана. Аждаһа дошманын шәйләп, утын бөркә, ә егет ялҡын торбаһынан тайшанып, ҡыуаҡтар артына ҡасып өлгөрә. Ҡот осҡос зәхмәт ҡанаттарын елпеп өҫкә күтәрелә лә мәмерйә өҫтөндә өйрөлә башлай. Бөкрө шул арала мәмер­йәгә инә һалып, өҫкәрәк күтәрелә лә таш артына йәшенә. Аждаһа мәмерйә ауыҙына яҡынлашыу менән Бөкрө һиҙмәгәндә уның башына ырғып, яуыздың оло­ғара күҙенә ҡылыс менән сәнсә. Ҡаты ауыртыуҙан зәхмәт аяуһыҙ үкереп, ҡанаттарын һелтәй башлай. Бөкрө шул мәлдә бөтә көсөнә уның йөрәгенә хәнйәр ҡаҙай, аждаһа арҡаһы менән йығыла.
Ә батырмын тигән юлдашы аждаһаның үлтерелгәнен күреп, мәмерйәнең иң юғары урынындағы ҡыҙ янына ашыға:
– Һеҙ иректә, принцесса! – ти ул ҡыҙға.
Батша ҡыҙы шатлығынан үҙенең ҡотҡарыусыларына рәхмәт әйтә. Ярты юл буйына Бөкрөнөң юлдашы ҡыҙға үҙенең батырлыҡтары тураһында һөйләй. Юл буйына маҡтанып бара. Ә тыйнаҡ Бөкрө, «батыр»ҙың батша ҡыҙы күңелен яулап алғанлығын һиҙеп, шым ғына ситтән атлай.
Бына улар төнгөлөккә туҡтала. Ҡараңғы төшөү менән ҡыҙ бер яңғыҙы ғына күктә йондоҙҙар атылғанын күҙә­теп ултырған Бөкрө янына килә.
– Мине аждаһанан ҡотҡарыусы һин түгелме? – тип һорай ул, янына ултырып.
Егет шым ғына баш ҡаға. Үҙенең көмрөһөнән бик оялып, тын­һыҙ ҡалған егетте лә батша ҡыҙы һөйләштерә ала. Шул уҡ ваҡытта ул башҡа ҡыҙ­ҙар һымаҡ уға ерәнеп ҡарамай, көмрөһөнә иғтибар ҙа итмәй кеүек. Бөкрөнөң күк йөҙөндәге йондоҙҙарға ҡарарға яратҡанын күреп, йондоҙҙар тураһында легендалар һөйләп алып китә. Шул көндән башлап егеткә үҙенең яҙмышы өмөтлөрәк тойола башлай. Батша ҡыҙы менән һөйләшә, уға сәскәләр бүләк итә, ә юлдашына был оҡшамай, әлбиттә. Йылға янында туҡталған мәлдә ул Бөкрөнөң ҡыҙ менән һөйләшкәнен тыңлап тора.
– Беләһеңме, тәү күргәндә мин һинән ҡурҡҡайным, башта яҡын килергә лә ҡыймай инем. Ә инде йышыраҡ аралаша башлағас, үҙеңдең бик изге күңелле икәнеңде аңлап, бөтә ҡурҡыу­ҙарым юҡҡа сыҡты, – ти ҡыҙ.
– Ә һиңә минең бөкрөм дә ҡурҡыныс тойолмаймы? – тип һорай ул ҡыйыуһыҙ ғына. – Һин минең кеүек кешегә кейәүгә сыға алыр инеңме?
– Кешенең тышҡы ҡиәфәте нисек кенә ҡурҡыныс тойолмаһын, уны яҡындан белһәң, кәмселеге күренмәй ҙә, – тип яуап бирә батша ҡыҙы.
Ләкин Бөкрө һаман да уңай­һыҙлана. Көҙгөләй тигеҙ күл өҫтөнә ҡарап ул тағы: «Булмаһа икән дә бит көмрөм», – тип уйлай.
Шул ваҡытта теге «батыр» ғәрлегенән хаслыҡ ҡылыуҙан да тартынмай. Бөкрө йоҡом­һорап ҡына усаҡ янында ултырғанда арттан килеп уның башына тондора. Егет иҫен юғалта. Шунан теге яуыз сихырсынан алған тылсымлы матдәне ҡулланып, батша ҡыҙын да иҫенән яҙҙыра. Һуңынан Бөкрөнөң батырлығын үҙенә үҙләштереүгә лә файҙалана. Ә батша ҡыҙы шул ағыулы матдә арҡаһында үҙен ҡотҡарыусыны оноторға мәжбүр була, ти.
Аңына килеү менән Бөкрө эштең ниҙә икәнен аңлай ҙа батшалыҡҡа ашыға. Әммә уның килеп етеүенә туй башланып тора икән. Ап-аҡ күлдәк кейгән бәхетле батша ҡыҙы янында баяғы юлдашы йөрөй, ти.
– Кем дә булһа был никахҡа ҡаршы икән, үҙенең һүҙен әйт­һен, әгәр хәҙер әйтмәһә, бер ваҡытта ла был турала өндәшмәһен, тигән һүҙ руханиҙың ауыҙынан сығыуы була, Бөкрө сиркәүгә атлыға.
– Мин ҡаршы! Был кеше алдаҡсы! – тип барыһын да һөйләп бирә, ләкин бер кем дә уға ышанмай:
– Был зәхмәт беҙҙең принцессаға өйләнергә теләй!
– Кит бынан, хәшәрәт! – тигән һүҙҙәр ишетелеп ҡала.
– Принцесса, һеҙ бит мине һайларға теләгәйнегеҙ, – ти Бөкрө, ҡыҙҙың күҙҙәренә өмөт­һөҙ генә ҡарап. Батша ҡыҙы уны иҫенә төшөрә алмай тора. – Һеҙҙе мин ҡотҡарҙым бит.
– Бына мине ҡотҡарыусы, – тип алдаҡсы егеткә ҡарай ҡыҙ. – Мин һеҙҙе белмәйем.
Ғашиҡ егеттең йөрәгенә меңләгән хәнйәр ҡаҙалғандай була, ул бит батша ҡыҙының сихырланыуы тураһында бер ни ҙә белмәй.
– Ярай, әйҙә һинеңсә бул­һын, – тип яуаплай Бөкрө.
– Йыраҡ ҡыуығыҙ был оят­һыҙҙы! – тип бойора батша. Һәм ҡунаҡтарҙың ризаһыҙ ҡараштары аҫтында һаҡсылар Бөкрөнө алып сығып китә. Ә яуыз егет хәйләкәр йылмай­ған була. Бөкрө китә. Йәштәр бер-береһенә ант бирә.
Кинәт көслө дауыл ҡуба һәм киске күк йөҙө ҡара болоттар менән ҡаплана. Шулай ҙа батша ҡыҙы йондоҙҙар күрергә өлгөрә. Ләкин уларҙы шунда уҡ болоттар ҡаплап китә. Ҡыҙ­ҙың, ысынлап та, үҙен ҡот­ҡа­рыусы менән күктәге йондоҙ­ҙарға ҡарап һөйләшкәне иҫенә төшә.
– Бөкрө! – тип ҡысҡырып, тышҡа йүгереп сыға. Үҙен ҡот­ҡарыусының ҡаты елдә тубыҡланып, һыҙланыуҙан бөгөлөп төшкәнен күрә. Уның көмрөһө бик ныҡ һыҙлай, эстән нимәлер тынғылыҡ бирмәй сәнсә. Тешен ҡыҫып ул арҡаһынан ҡанға батҡан сыбыҡ тартып ала, ә ул иһә ҡаурый булып сыға.
– Бөкрө! – тип ҡысҡыра батша ҡыҙы. Үҙе нисек тә уны ҡот­ҡарырға тырышып, ҡыҫҡа булһа ла, ҡурҡыныс юл – упҡын өҫтөндәге күпергә йүгерә. Ҡурҡыуҙы онотоп, ҡыҙ туҡтауһыҙ елгә һелкенгән ҡоролмаға барып етә. Шунда көслө дауылда күпер емерелә, ә бат­ша ҡыҙы арҡанға тотоноп өлгөрә. Ул барлыҡ көсөнә бауға йәбешеп, упҡын өҫтөндә һелкенә. Бәхетенә күрә, ҡыҙҙың тауышын Бөкрө ишетеп ҡала. Шунда ни мөғжизә! Уның ҡанлы арҡаһында ике ҙур ҡанат хасил була. Бөкрө осоп килә лә хәле бөтөп, түбәнгә ҡолаған ҡыҙҙы ҡотҡарып ҡала.
Иртәгеһенә иртән батша ҡыҙы йоҡонан уянғас, хыянатсыл «ҡотҡарыусыһы»ның батшалыҡтан ҡыуылғанын белә. Ә йәнәшендә – ап-аҡ ҡанатлы фәрештә. Һәм шул көндән башлап улар бер ваҡытта ла айырылмайҙар, ти.
Ә һин, ҡәҙерле уҡыусым, бөкрө зат күрһәң, уның арҡа­һында ҡанаттар йөрөткән фәрештә икәнлеген белеп ҡуй, йәме.

Эльвина ЗАРИПОВА.
Салауат районы,
Арҡауыл ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас