

Һаҡлай мине атайым.
Ул янымда булған саҡта
Ауырлыҡтар тоймайым.
Яҡшылыҡты, яманлыҡты,
Айырырға өйрәттең.
Ауырлыҡтарға бирешмә,
Тиеп һәр саҡ һин әйттең.
Һин булғанға мин бәхетле,
Рәхмәт һиңә, атайым.
Ҙур тормошҡа һинән генә
Өлгө алып атлайым.
Айгөл СӨЛӘЙМӘНОВА.
Фото: gymn1-sochi.ru