+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Илһам
25 Октября 2021, 10:05

Мыжыҡ малай

Әкиәт

Мыжыҡ малайМыжыҡ малай
Мыжыҡ малай

Борон заманда түгел, ә әлеге көндәрҙә йәшәгән, ти, бер малай. Ул шул хәтлем мыжыҡ булған, хатта үҙ исемен онотоп: «Мыжыҡ», – тип кенә атағандар. Малай көндө – көн, төндө төн тимәй, ата-әсәһен яфалаған. Ололарҙы еңә алмаһа, еңмешләнеп, ҡысҡырып-ҡыс­ҡырып илаған. Күп балауыҙ һығыуҙан ҡайһы саҡ күҙҙәре ҡыҙарып әсеткән, тауышы ҡарлығып бөткән, ти.
Мыжыҡ малай менән, әлбиттә, ата-әсәһенә лә еңелдән булмаған. Ҙурайып бөткән улдарының үҙен бәләкәс балалар кеүек итеп тотоуына, биргәнгә риза булмайынса, һәр саҡ нимәлер таптырыуынан арығандар. Мыжыҡ малай бөтә ерҙә лә беренсе булырға теләгән. Мәктәптә үҙенекенән яҡшыраҡ, шәберәк әйбер күреп ҡалһа ла, киске ашҡа өйҙә ул теләгән ризыҡ әҙерләнмәһә лә, илау-һыҡтауынан ата-әсәһенең ҡолаҡтары тон­ған, ти.
Бер көндө атаһы икенсе ҡалаға командировкаға киткән. Ә эштән арып ҡайтҡан әсәһен өйҙә мыжыҡ малай илар өсөн яңы сәбәп табып, көтөп торған. Синыфташының яңы телефонына күҙе ҡыҙып, шундай уҡты алдырырға йыйынған икән. Әсәһенең: «Ай аҙағында эш хаҡы биргәс, алырбыҙ», – тиеүе мыжыҡты сығырынан сығарған. Ул аҡырып-аҡырып илап, оҡшатҡан нәмәһен иртәгә үк алдырырға теләгән. Шул саҡ көнө буйы эштә йөрөп арыған әсәһенең башы әйләнеп киткән һәм улының уҡыуҙан ҡайтыу менән атып бәргән портфеленә эләгеп йығылып, аяғын ауырттырған, ти. Хәҙер ни эшләргә? Атаһы өйҙә юҡ, әсәһе үҙе кеше көнлө булып ятҡас, малайҙың мыжырға ваҡыты ҡалмаған. Уҡыуҙан ҡайтыу менән тамаҡ ялғарға йүнләгән, төрлө йомоштар башҡарған, өй йыйыштырған.
Аяғы ауыртһа ла, әсәһе улының яҡшы яҡҡа үҙгәреүенә ҡыуанған. Малайҙың үҙенә лә был файҙаға ғына булған. Мыжып, илап йөрөмәгәс, баш та ауыртмай, иң ҡәҙерле кешеһенең рәхмәтле ҡарашын тойоу ҙа күңелле. Әсәһе һауығып, атаһы ҡайтҡансы хеҙмәткә өйрәнеп, ата-әсәһен туҡтауһыҙ мыжып йонсотоуын да аңлаған ул.
Хеҙмәттә – хөрмәт, тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр икән. Һәр саҡ нимә менәндер шөғөлләнеп, эшләп торһаң, баштан насар уйҙар ҙа оса, мыжырға ваҡыт та ҡалмай.

Милена АБДУЛЛИНА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас