

Йәшәгән, ти, бер сысҡан балаһы. Исеме Ҡойроҡ булған. Ул сыр ашарға яратҡан. Бер көн кеше өйөнә тамаҡ ялғарға барырға уйлаған.
Әсәһе уның артынан:
– Балам, ипләп кенә йөрө! Бесәйгә эләгеп ҡуйма, – тип ҡалған.
– Ярай, әсәй! Мин тиҙ генә! – тигән Ҡойроҡ.
Ә йортта Мырбикә исемле бесәй йәшәгән. Бик һөт яратҡан, ти. Ул һыйланып, йоҡлап киткәс, Ҡойроҡ эргәһенән ипләп кенә үтеп киткән. Өҫтәлдә сыр валсыҡтары ятҡан булған. Ҡойроҡ ашамлыҡты тиҙ генә алған да төшә һалған. Тик Мырбикә уянып, уның өҫтөнә һикергән. Тота алмаған. Сысҡандың әсәһе ярҙамға ашыҡҡан.
– Бөгөн мин бер түгел, ике сысҡан ашайым, – тип шатланып арттарынан баҫтырған, ти, бесәй.
Саҡ ҡасып ҡотолғандар. Юл буйына Ҡойроҡто әсәһе сослоҡҡа өйрәтеп ҡайтҡан.
Камилла ҠУНАФИНА.